Былтыр Учалыла “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, туғыҙ торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы. Ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап, аҡсалата ярҙам күләме 1 миллион 600 мең һумдан алып 2 миллион 700 меңгә тиклем тәшкил итте.
2014 йылдан ғәмәлгә ингән федераль программа ярҙамында Учалынан 50-гә яҡын ғаилә ауыл ерендә йорт һалып ингән. 2020 йылға тиклем, программа шарттарына ярашлы, аҡсаның бер өлөшөн урындағы бюджет күтәргән.
– Ҡала-район предприятиеларының тотороҡло эшмәкәрлеге беҙгә программаны тормошҡа ашырыу өсөн урындағы бюджеттан аҡса бүлергә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһынан килә. Артабан да яҡташтарыбыҙҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса маҡсатлы эш дауам итәсәк, – тине муниципаль район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Флүрә Шәрипова.
Ҡунаҡбай ауылында йәшәгән Йосоповтар ғаиләһе лә йыл аҙағында ике миллион һумдан ашыу күләмендә дәүләт ярҙамына эйә булды.
Шәфҡәт Рәфҡәт улы Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. 1991 йылда Учалы музыка училищеһына уҡырға килә, Гөлдәр Моратова етәкселегендәге Башҡорт фольклоры бүлегендә уҡый. 2001 йылда Ҡунаҡбай һылыуы Гөлнара менән ғаилә ҡоралар. Егет училищены тамамлағас, шул уҡ уҡыу йортонда уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 2003 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Тәүҙә йәш ғаилә училище ятағында йәшәй. Беренсе бәпестәре донъяға килгәс, ҡаланан биш-алты километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡунаҡбайҙан бәләкәй генә йорт һатып алып, шунда төпләнәләр.
2003 йылдан алып Шәфҡәт Рәфҡәт улы Ураҙ балалар сәнғәт мәктәбенең Ҡунаҡбай филиалында уҡыусыларға ҡурай серҙәрен төшөндөрә. “Толпар” исемле ҡурайсылар ансамбленә етәкселек итә. Шәфҡәт Рәфҡәт улының да, “Толпарҙың” да район ғына түгел, республика кимәлендә лә ҡаҙаныштары байтаҡ. Иң мөһимдәрен билдәләп китеү урынлы булыр: Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәтов, Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеләрендә – беренсе урын, Спиваков исемендәге Бөтә Рәсәй музыканттар фестивалендә, “Салауат күпере” халыҡ-ара башҡорт һәм татар музыкаһын башҡарыусылар конкурсында тәүге урындарҙы яулау күп нәмә тураһында һөйләй.
Юғары категориялағы уҡытыусы, Муса Мортазин премияһы лауреаты Шәфҡәт Рәфҡәт улы “Бөтә Рәсәй балалар сәнғәт мәктәптәренең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуын үҙенең иң ҙур еңеүе тип иҫәпләй, бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә данлыҡлы Ҙур театр сәхнәһендә була.
Шулай ҙа остаз-ҡурайсы еңеү-танылыуҙарҙы төп маҡсат тип иҫәпләмәй. Уның бурысы – мөмкин тиклем күберәк балаларҙы сәнғәт донъяһына йәлеп итеү, ижади һәләттәрен асыу, үҙҙәрен кеше араһында иркен тоторға өйрәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, рухи һәм милли тамырҙарға тоғролоҡ тәрбиәләү, ҡурайҙа уйнау оҫталығы камиллығын яңы юҫыҡтарға йүнәлтеү, заман зауығына яраҡлаштырыуҙы хәстәрләү, халыҡ сәнғәтен пропагандалау.
Ҡатыны Гөлнара Рифғәт ҡыҙы – юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Йосоповтар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Айсар – Магнитогорск ҡалаһында юғары уҡыу йортонда, Иштимер мәктәптә унынсы класта белем ала. Бала саҡтан Йосоповтарҙың ике улдары ла тырышып уҡый, күп кенә ярыштарҙа, мәҙәни конкурстарҙа ҡатнаша, БР Башлығы стипендияһына лайыҡ була, өйҙә лә ата-әсәләренә һәр эштә булышып буй еткерә. Ҡыҙҙары Арина – әле икенсе класта, сәнғәт мәктәбенә бейергә йөрөй һәм флейтала уйнарға өйрәнә. Ғаиләләре менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар.
Йосоповтар 2010 йылда дәүләт ярҙамы алыуға сиратҡа баҫа. Ауылдың яңы биҫтәһенән ер биләмәһе алалар.
– Ғаиләбеҙ ишәйгәс, әлеге йортобоҙҙа йәшәү уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра башланы. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ниндәй икәнлеге барыһына ла билдәле. Был аҡсаға балаларҙы аҫрауы ҡатмарлыға тура килә, әлбиттә, ә йорт һалыу бөтөнләй мөмкин түгел. Шуға яңы ер участкаһында бәләкәй генә йорт күтәрҙек. Субсидияға эйә булыуыбыҙ тураһында ишеткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы, – тип ҡыуаныстарын уртаҡлашты ғаилә башлығы.
Ер ҡарҙан әрселеү менән Йосоповтар яңы йорттарын төҙөргә тотонасаҡ. Бергәләп хыялдағы йорттарының проектын да эшләгәндәр: яңы өйҙәре ике ҡатлы буласаҡ, төҙөлөштә фәҡәт тәбиғи материал ҡулланырға уйлайҙар.
Бөгөн хакимиәттең торлаҡ бүлегендә “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль программаһы нигеҙендә көнкүреш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында 58 ғаилә сиратта тора. Уларҙың да хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип ышанғы килә, сөнки шәхси йорттары булған ғаиләләр генә үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоя.