Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингты ведомство етәксеһе урынбаҫары Евгений Кустов үткәрҙе. Ул һуңғы тәүлектә республикала сирҙең таралыуына бәйле хәлгә анализ яһаны һәм йыш осраған һорауҙарға яуап бирҙе.
– Беҙ ҡатыным менән вакцина яһаттыҡ. Миндә антиесемдәрҙең юғары булыуы асыҡланды, ә хәләл ефетемдеке түбән. Антиесемдәр титры кимәле нимәгә ҡарай? Улар кеше организмында нисә ай йәшәй? Прививканан һуң иммунитет нисә айға етә?
– Вирус векторҙары, күҙәнәккә эләгеп, һаҡлаусы антиген – S аҡһымы синтезын тәьмин итә. Организмда ят аҡһым барлыҡҡа килеүенә яуап итеп, тулы ҡиммәтле күҙәнәк иммунитеты формалаша. “ГамКовидВак” (сауҙа маркаһы – “Спутник V”) вакцинаһын ике тапҡыр организмға индереү оҙайлы иммунитет барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Вектор вакциналарын ҡулланыу тәжрибәһе иммунитеттың ике йылға тиклем һаҡланыуын күрһәтә.
Вакцинациянан һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәр кимәле организмдың вакцинаға ҡарата иммун яуабына бәйле. COVID-19 инфекцияһын үткәргәндән һуң антиесемдәр өс-алты ай тирәһе һаҡлана.
– Вакцинаның беренсе компонентын яһатҡандан һуң, температура юғары күтәрелде. Икенсеһен эшләтергә яраймы?
– Температура күтәрелеүе организмдың прививкаға ҡарата реакцияһын күрһәтә, был нормаль күренеш. Ул тәүге өс көндә күҙәтелә. Күп осраҡта прививка кире эҙемтәләрһеҙ үтә. Ҡайһы саҡта тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм быуындарҙың ауыртыныуы тамаҡ ҡыжмырҙауы, арыу-талсығыу, тымау тейеүе, тире сабыртыуы ихтимал.
– Прививка яһатҡандан һуң битлекһеҙ йөрөргә яраймы?
– Вакцина яһатҡандан һуң бөтә иҫкәртеү сараларын үтәү мотлаҡ: битлек кейеү, ҡулдарҙы йыш йыуыу, социаль дистанцияны күҙәтеү, сөнки иммунитет прививканан һуң өс-алты аҙна эсендә генә барлыҡҡа килә, был осорҙа антиесемдәр барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, вирусты йоҡтороуығыҙ бар.
– Әлеге ваҡытта мотлаҡ прививка яһатырға тейешле һөнәрҙәр исемлеге әҙерләнгәнме? Әллә эш биреүселәрҙең прививка яһатыуҙы талап итергә хоҡуғы юҡмы?
– Прививкаларҙың милли календарын раҫлау тураһындағы бойороҡтағы үҙгәрештәргә ярашлы, медицина, мәғариф, социаль хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары һәм күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары республика халҡын битлек режимын һаҡларға, эпидемиология талаптарын үтәргә саҡырҙы.