Социаль мәсьәлә
2 Апрель 2021, 08:53

Вакцина яһаттығыҙмы әле?

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһынан өс вакцина теркәлеүен беләбеҙ: Гамалея исемендәге институт әҙерләгән “Спутник V” вакцинаһы, “Вектор” вирусология үҙәгенең “ЭпиВакКорона” һәм Чумаков исемендәге үҙәк эшләгән “КовиВак” препараттары. Прививкаларҙың барыһы ла төрлө технологиялар нигеҙендә етештерелгән, ти табиптар. Уларҙың айырмаһы нимәлә һәм вакцина һайлағанда ҡайһы үҙенсәлектәренә иғтибар итергә?

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһынан өс вакцина теркәлеүен беләбеҙ: Гамалея исемендәге институт әҙерләгән “Спутник V” вакцинаһы, “Вектор” вирусология үҙәгенең “ЭпиВакКорона” һәм Чумаков исемендәге үҙәк эшләгән “КовиВак” препараттары. Прививкаларҙың барыһы ла төрлө технологиялар нигеҙендә етештерелгән, ти табиптар. Уларҙың айырмаһы нимәлә һәм вакцина һайлағанда ҡайһы үҙенсәлектәренә иғтибар итергә?


Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин белдереүенсә, Рәсәй – донъяла коронавирусты иҫкәртеү буйынса өс вакцинаһы булған берҙән-бер ил.


“Спутник V” иммунитетты әүҙемләштерә


Рәсәйҙәргә ”Спутник V” препараты менән киң күләмдә вакцина яһау быйыл ғинуарҙа башланды. Табиптарҙың әйтеүенсә, ул кеше аденовирусы нигеҙендә етештерелгән. “Аденовирус кеше организмына үтеп инһә лә, ул үрсемәй һәм сир барлыҡҡа килтермәй. Аҙаҡ вакцина үтеп ингән күҙәнәктәр S аҡһымын барлыҡҡа килтерә, ә ул үҙ сиратында антиесемдәр эшләп сығара, – ти дөйөм практика табибы Анастасия Тараско. – Ҡағиҙә булараҡ, ғалимдар вакцина өсөн киң таралған аденовирус-5 төрөн файҙалана. Ә Рәсәй ғалимдары иммунитеттың һаҡлағыс көсөн арттырыу өсөн башҡа юлды һайланы. Тәүге прививка өсөн аденовирус-26 төрөн файҙаланды һәм 21 көндән һуң ғына аденовирус-5 төрөн индерергә булды”, – ти табип. Препараттың үҙенсәлеге тап шунда ла инде, уны организмға индергәс, антиесемдәр генә барлыҡҡа килмәй, ә күҙәнәк иммунитеты ла әүҙемләшә. Өҫтәүенә, был вакцина тикшереүҙең бөтә стадияларын да үткән һәм юғары тәьҫирлелеген 91–95 процент кимәлендә иҫбатлаған. Шөкөр, тип әйтергә кәрәк, әлегә тиклем прививка һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары күҙәтелмәгән, ә кире тәьҫире еңелсә үткән.


“ЭпиВакКорона” – хәүефһеҙ


Үткән йыл аҙағында уҡ ҡайһы бер поликлиникаларҙа “Вектор” вирусология үҙәге етештергән “ЭпиВакКорона” вакцинаһы менән прививка яһай башлағайнылар. Төп үҙенсәлеге – уның да тере вакцина булмауы, “Спутник V” кеүек организмда үрсемәүе һәм сир тыуҙырмауы. Тарасконың аңлатыуынса, был препарат нигеҙендә SARS-CoV-2 аҡһымының аҙ ғына өлөшө ҡулланылған. Төп етешһеҙлеге, белгестәр фекеренсә, тап ошонда ла инде, коронавирустың үҙгәреүе (мутация) бик ихтимал, ә уның нигеҙендә ни бары вирус төрөнөң бер тибы ғына ята, шуға күрә прививканан һуң коронавирустың яңы штамы менән ауырыу ихтималлығы бар, ти эксперттар.


Был вакцинаның 100 процентлыҡ ыңғай тәьҫире тураһында “Роспотребнадзор” ҙа хәбәр итте, шуның һөҙөмтәһендә Рәсәй Хөкүмәте “Вектор”ға ике миллиард һум күләмендә аҡса бүлде. “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова әйтеүенсә, был ике вакцина ла коронавирустың Британия штамына ҡаршы тәьҫир итеүен күрһәткән. Ҡайһы бер етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, “ЭпиВакКорона” өс вакцина араһында иң хәүефһеҙе һанала, шуға күрә уны иммунитет функциялары боҙолған кешеләргә, онкология һәм аллергия сирҙәренә дусар булғандарға, өлкәндәргә яһау тәҡдим ителә. Был вакцинаны тикшереүҙең өсөнсө фазаһы ошо йылдың июнь урталарында тамамланырға тейеш.


“КовиВак”тың “таныштары” күп буласаҡ


Оҙаҡламай Чумаков исемендәге үҙәк “КовиВак” вакцинаһының тәүге дозаларын халыҡҡа прививка яһау өсөн оҙатасаҡ. Премьер-министр белдереүенсә, ирек­мәндәрҙә үткәрелгән клиник һынауҙарҙа препарат үҙенең хәүефһеҙ һәм тәьҫирле булыуын раҫлаған.


“КовиВак” алда әйтелгән вакциналарҙан ҡайһы яғы менән айырыла? Анастасия Тараско әйтеүенсә, был препарат классик төргә ҡарай, уны 200 йылдан ашыу инде өйрәнәләр, беҙгә билдәле булған вакциналарҙың 80 проценты тап ошо типта. “Вакцина бер бөтөн, әммә “үлтерелгән” SARS-CoV-2 вирусынан тора, – тип аңлата ул. – Был препаратты етештереү өсөн вирусты махсус шарттарҙа үҫтерәләр һәм химик юл менән һәләк итәләр. Уның иң ҙур өҫтөнлөгө – файҙаланылған был вируста 50-нән ашыу төрлө аҡһымдың булыуы. Препаратты организмға индергәндә, беҙ ул аҡһымдарҙың барыһы менән дә “таныштырабыҙ” һәм сәләмәтлекте һаҡлауҙы тәьмин итәбеҙ”.


Етешһеҙлеге – күҙәнәк иммунитетын әүҙемләштермәүендә. Уның ҡарауы, вакцинаны һаҡлау һәм ташыу еңел, алыҫ райондарға алып барып еткереү уңайлы.


Ә балалар?


Гамалея исемендәге үҙәк етәксеһе Александр Гинцбург, Рәсәй Президенты эргәһендә үткән кәңәшмәлә “Спутник V” препараты менән балаларға дүрт йәштән прививка яһарға мөмкин, тип белдерҙе.


Уның әйтеүенсә, эште 12–13 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙән башларға кәрәк. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре әле педиатрҙар менән берлектә ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләй. Киләһе төркөм 8 йәшлектәрҙән башланасаҡ. “Аҙаҡ тағы ла түбәнерәк йәш төркөмө менән эшләй башлауыбыҙ ихтимал”, – тип белдерҙе ул.


Гамалея исемендәге үҙәк вакцинаның танау ҡыуышлығы аша индерелеүсе формаһына патент алған, клиник һынауҙар башланған. Етәксенең әйтеүенсә, был балалар өсөн бик уңайлы, йомшаҡ ысул, кире тәьҫире күҙәтелмәгән.


Өлкәндәр еңелерәк үткәрә


“Спутник V” вакцинаһын өлкән кешеләр еңелерәк үткәрә, тип белдерҙе Мәскәү Һаулыҡ һаҡлау департаментының штаттан тыш баш белгесе Андрей Тяжельников. Уның раҫлауынса, был иммун систе­маһының үҙенсәлегенә бәйле. Йәштәрҙә ул көслөрәк һәм реакция тыуҙырыуға һәләтле, температура күтәрелеүе ихтимал. “Өлкәндәр прививканы еңел үткәрә, хатта күпселек осраҡта инъекция урыны ла ауыртмай, температура ла күтәрелмәй. Бик һирәк осраҡта ғына бындай хәлдәр күҙәтелә. Прививканан һуң йәштәрҙә лә, өлкәндәрҙә лә берҙәй иммунитет барлыҡҡа килә”, – ти Андрей Тяжельников.


Битлекте ҡасан һалырбыҙ?


Рәсәйҙә прививка яһатыусылар һаны 8,5 миллионға етеп килә. Ә донъяла коронавирус менән сирләүселәр 123 миллиондан артты.


Әле иң ауыр хәл Европала, Германия етәкселәре локдаунды тағы оҙайтты. Францияла, Нидерландта халыҡ протестары, ҡәнәғәтһеҙлек арта. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә эпидемиологик хәл тотороҡланғандай. Инфекцияның таралыу күрһәткесе аҡрынлап булһа ла кәмей. Тик был тынысланырға кәрәклекте аңлатмай, ошо ыңғай хәлде нығытыу, сирҙең ҡабынып китеүенә юл ҡуймау өсөн санитария нормаларын күҙәтеү һәм вакцина яһатыу мөһим.
Бөгөн кемдәр вакцинаның ике компонентын да алған, тимәк, уларҙың иммунитеты вирусҡа бирешерлек түгел. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Ханты-Манси автономиялы округында 1 апрелдән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция бөтөрөлә. “Спутник V” вакцинаһы илле илдә хуплау тапҡан. Венгрияла прививка яһатыу яҡшы ойошторолған, Сербияла беҙҙең вакцинаның сираттағы партияһын көтәләр. Евросоюз етәкселеге генә әлегә бер аҙ икеләнә, нимә мөһимерәк – сәйәсәтме, әллә граждандарҙың һаулығымы – ҡаты уйланалар. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер “кәмәлә” йөҙәбеҙ, вирус өсөн сиктәр юҡлығын яҡшы аңланыҡ, шуға күрә башҡа илдәрҙәге хәл менән ҡыҙыҡһынмау, борсолмау мөмкин түгел. Беҙ ҙә ҡулдан килгән һаҡланыу сараларын күреп, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын хәстәрләй алабыҙ. Әлеге мәлдә барыбыҙ өсөн дә мөһим сара – прививка яһатыу, һуңларға ярамай!
Читайте нас