Социаль мәсьәлә
3 Апрель 2021, 09:30

Бәпес ярты килограмлыҡ ҡына булған

Был хәл Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә теркәлгән.

Баш ҡалалағы Республика клиник перинаталь үҙәгендә 500 грамлыҡ бәпесте тәрбиәләп һауыҡтырғандар.
2021 йыл алдынан медицина ойошмаһына ауыр хәлдәге ҡатын килтерелгән. Ауыры 24-се аҙна булғанда ауырлы ҡатындың плацентаһы айырыла башлаған. Ә был иһә буласаҡ әсәнең үҙенең дә, бәпестең ғүмеренә лә ҙур хәүеф менән янай.
“Ҡарындағы баланы операция юлы менән алырға ҡарар иттек. Тән ауырлығы 520 грамм, оҙонлоғо 31 сантиметр, Апгар шкалаһы буйынса 4/5 балл булған ҡыҙыҡай тыуҙы. 41 көн үткәс, 380 грамлыҡ сабый реанимация бүлегенән артабан дауаланыу өсөн патология бүлегенә күсерелде”, – тип хәбәр иткәндәр “Башинформ” агентлығына Республика клиник перинаталь үҙәгенән.
Был бүлексәлә бала 36 көн дауаланған. Шулай итеп, перинаталь үҙәктең барлыҡ хеҙмәткәрҙәре 77 көнлөк, 1900 грамлыҡ ҡыҙыҡайҙы өйөнә оҙатҡан.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас