Социаль мәсьәлә
5 Апрель 2021, 10:00

Башҡортостан миҫалын – тотош Рәсәйгә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 8 апрелдә “Торатау ” конгресс-холында буласаҡ.

Ошо көндәрҙә республикала ярты йылдан ашыу барған ҙур бәйге – “Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 8 апрелдә “Торатау ” конгресс-холында буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, социаль йәһәттән әһәмиәтле бәйгелә беренсе урын яулаған өсөн – биш миллион һум, икенсегә – өс миллион һум, өсөнсө урынға – ике миллион һум аҡсалата бүләк әҙерләнгән. 2020 йылдағы еңеүселәрҙең дөйөм приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә.

Был үҙенсәлекле бәйге быға тиклем дә Башҡортостанда бар нисә тапҡыр үткәрелеп, халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм хуплау тыуҙырғайны.
Быйыл иһә уның даирәһе һәм мөмкинлектәре күпкә киңерәк, приздар фонды ла элекке йылдарҙағына ҡарағанда байтаҡҡа юғары.
Бәйгенең маҡсатты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә “Рәсәй −1” каналы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы тураһында сюжет күрһәткән.
Был райондан конкурстың муниципаль этабында 89 ауыл көс һынашҡан, ә республика этабына 122 кеше йәшәгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы сыҡҡан.
Бында бик әүҙем, уңған халыҡ йәшәй. Бәләкәй генә ауыл тип тә тормағандар, хатта үҙ телевидениеһын булдырғандар.
Ул ғына түгел, ауылдың нәшриәте лә бар: “Әмәндәк” тигән гәзит сығаралар, төрлө спорт, мәҙәни саралары ойошторалар.
Республика халҡы дәррәү ҡушылған сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе был проектты, бәлки, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә күтәреп алыр.
Эскелек проблемаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙә һаман көнүҙәк, ҡатмарлы проблемаларҙың береһе булып ҡала. “Айыҡ ауыл” ише проекттар иһә, һис шикһеҙ, ҙур социаль әһәмиәткә эйә, ул яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс уята.
Фото: https://vk.com/albums-198131006?z=photo-198131006_457241472%2Fphotos-198131006
Читайте нас