Социаль мәсьәлә
6 Апрель 2021, 13:30

Ғүмер оҙонлоғон арттырыу - уртаҡ мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында “Ғүмер оҙонлоғон арттырыу һәм республика халҡының үлем кимәлен кәметеү саралары тураһында” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Һис шикһеҙ, демография мәсьәләһе Рәсәй генә түгел, ә бөтә донъя өсөн көнүҙәк булып ҡала. Әлегә уны хәл итеү буйынса универсаль сара табылмаған, әммә был өлкәлә ике йүнәлеш тәҡдим ителә – тәбиғи артымды күбәйтеү һәм уртаса ғүмерҙе оҙайтыу.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда дөйөм үлем коэффициенты 23,1 проценттан артҡан (2019 йылда мең кешегә - 12,1, 2020 йылда мең кешегә 14,9 үлем осрағы тура килгән). Үлгән кешеләр һаны 10 729-ға, йәғни 21,8 процентҡа күбәйгән.
Дөйөм үлем коэффициенты буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә - 39-сы, Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй.
2020 йылда республикала төп үлем сәбәптәре булып ҡан әйләнеше системаһы (36,5 процент), тын юлдары (13,4 процент) сирҙәре, яңы хасил булған шештәр (11,6 процент) һәм башҡа сәбәптәр (6,5 процент) тора. Инфекциялы һәм паразитар сирҙәргә үлемдәрҙең 1,5 проценты тура килгән, башҡа сәбәптәргә – 30,5 процент. Мәҫәлән, онкология сирҙәренән 9 632 кеше вафат. Пациенттарҙың миокард инфарктының ауыр формаларынан үлеү осраҡтары күбәйгән. Улар COVID-19 вирусын үткәргән.
Халыҡтың үлем кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны. Һәр класс буйынса план әҙерләнгән. Ул йөҙҙән ашыу сараны үҙ эсенә ала. Тәү сиратта һүҙ сирҙәрҙе иҫкәртеү саралары хаҡында бара, медицина ярҙамының сифатына, уны алыу мөмкинлегенә даими мониторинг үткәрелә. Шулай уҡ инфекциялы булмаған сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметеүҙең комплекслы планы әҙерләнгән, шул иҫәптән балалар үлемен аҙайтыу буйынса ла. Уға ярашлы, 7 965 ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу күҙаллана.
Үлем күрһәткестәрен кәметеүҙә диспансерлаштырыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә. 2021 йылда 939 058 кеше диспансерлаштырыу үтәсәк тип планлаштырыла. Бәлиғ булмаған 850 750 граждан да медицина тикшереүе үтәсәк. COVID-19, миокард инфаркты, инсульт, операциялар үткәргән пациенттарға комплеклы реабилитация курстары ҡаралған.
Республиканың 83 дауаханаһы һәм поликлиникаһы медицина тикшереүе үткәрәсәк. 19 апрелдән алты “Сәләмәтлек автопоезы” алты маршрут буйынса республика ауылдарына сығасаҡ. Был эшкә Сәләмәтлек үҙәктәре, ФАП-тар, күсмә флюорографтар һәм маммографтар ҡушыласаҡ. Бригадаға республика медицина учреждениеларының квалификациялы белгестәре инә, күсмә диагностик комплекстар, стоматология модулдәре ҡулланыла. Шулай итеп, Башҡортостан Хөкүмәте күргән ошо сараларға ярашлы, 8,5 мең самаһы кешенең ғүмере һаҡланып ҡаласаҡ. Йыл аҙағына тиклем дөйөм үлем коэффициенты 14,1 процентҡа тиклем кәмергә тейеш, тине Һаулыҡ һаҡлау министры.
Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында Республика кардиология үҙәге етәксеһе Ирина Николаева һөйләне. Улар “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы башҡарыла. Республика халҡының сәләмәтлеген һаҡлау һәм яҡшыртыу йәһәтенән медицина ойошмаларының роле хаҡында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов әйтеп үтте, балалар үлемен кәметеү резервы хаҡында Башҡортостан дәүләт медицина университетының госпиталь педиатрия кафедраһы мөдире Виктор Малиевский сығыш яһаны. Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге, ғүмер оҙонлоғон арттырыу һәм республикала үлем кимәлен кәметеү саралары тураһында ла һөйләштеләр.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, ғүмер оҙонлоғо һәм үлем күрһәткесе саралары проблемаһына киңерәк бағырға кәрәк, тип белдерҙе. “Был мәсьәләләр һаулыҡ һаҡлау тармағына ғына ҡарамай. Ошо йүнәлештә барлыҡ ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары иҫкәртеү эштәрен атҡарырға тейеш. Был балалар баҡсаһында бәләкәстәрҙе, мәктәптә уҡыусыларҙы дөрөҫ туҡланырға өйрәтеүҙән башлап, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ла ҡайтып ҡала. Беҙгә, закон сығарыусылар булараҡ, кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу йәһәтенән ниндәй башланғыстарҙы индерә алыуыбыҙ хаҡында уйларға тейешбеҙ. Был йүнәлештәге һуңғы яңылыҡтарҙың береһе – сәләмәт тормош өсөн һалым иҫәпләмәһен (вычет) индереү. Республика Башлығы ҡуйған бурыстар беҙҙе бергә тупларға тейеш, һәр кемдең тырышлығы нигеҙендә йыл аҙағында республикала демографик хәл яҡшыра тип әйтә алырға тейешбеҙ”, - тине ул.
Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көтөлгән ғүмер оҙонлоғо - 78, ирҙәр өсөн – 67,3 йәш.
Фото: static.riafan.ru


Читайте нас