Социаль мәсьәлә
7 Апрель 2021, 13:30

Кардиоүҙәктең яңы корпусы төҙөлә

"Һуңынан кардиоүҙәктең башҡа биналарына реконструкция уҙғарасаҡбыҙ. Эштәр 2023 йылға тамамланасаҡ”.

Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү дауам итә. Ун ҡатлы бинала юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар дауаланасаҡ, заманса дауалау-диагностикалау технологиялары нигеҙендә сирлеләргә операциялар эшләнәсәк, консультациялар биреләсәк.
Яңы корпуста реанимация һәм реабилитациялау бүлектәре лә ҡаралған.
“Бөгөн кардиоүҙәк корпусы 60 процентҡа әҙер. Инженер селтәрҙәре һуҙылған һәм эске биҙәү эштәре башланған. Яңы корпусты киләһе йылға төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ. Һуңынан кардиоүҙәктең башҡа биналарына реконструкция уҙғарасаҡбыҙ. Эштәр 2023 йылға тамамланасаҡ”, - тип белдергәйне социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика кардиоүҙәге йылына уртаса 17 мең тикшереү һәм операция уҙғара. Уларҙың бер өлөшө Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъя буйынса алғанда, һирәк үҙәктәрҙә яһала. Был йөҙләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Яңы корпус барлыҡҡа килеүе беҙҙең кардиоүҙәккә йөрәк ауырыуҙарын дауалау алымдарын киңәйтергә һәм илдә иң алдынғы булып танылырға этәргес бирәсәк.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov
Читайте нас