Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко менән осрашты.
Сарала республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Осрашыуҙа һүҙ “Именлек” республика геронтология үҙәгенең корпусы һәм Благовещенскиҙа оло йәштәгеләр өсөн торлаҡ корпусы төҙөү перспективалары хаҡында барҙы.
– Башҡортостандан беҙҙең халыҡ өсөн үтә кәрәкле был социаль объекттарҙы финанслау өсөн федераль власть органдарына ғаризалар ебәрелде. Һеҙҙең ярҙамығыҙға өмөтләнәбеҙ. Республика ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең хәлен комплекслы һәм системалы хәл итеү йәһәтенән Стратегик башланғыстар агентлығының пилот проектына ла инде, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, Милли социаль инициатива проектына ярашлы, илдең алты пилот төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала социаль тармаҡта хеҙмәттәр күрһәткәндә ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү эштәре башланған.
Проект буйынса иң тәүҙә кешенең ихтыяжын билдәләйҙәр, тормошта ғәҙәттә ниндәй проблемалар менән осрашҡанын асыҡлайҙар, ниндәй ярҙам талап ителгәнен билдәләйҙәр һәм уларҙы хәл итеү алгоритмын аныҡлайҙар.
– Рәсәй Дәүләт Советы һәм Стратегик башланғыстар агентлығының киләһе уртаҡ ултырышында тәүге өс башланғысты тикшерәсәктәр. Һүҙ инвалидтарҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү, социаль хеҙмәтләндереү һәм мәшғүллек үҙәктәренең эше хаҡында бара, – тине Алексей Вовченко.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикалағы рәсми эшһеҙлек күләме 3,96 процент тәшкил итә, ә Рәсәйҙә – 4,3 процент.
– Пандемия осоронда хасил булған эшһеҙлекте яйлап, әммә ышаныслы рәүештә кәметәбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин уны ковидҡа тиклем булған кимәлгә еткерергә ҡушты. Беҙҙә был күрһәткес бер процент тәшкил итә ине, – тине Радий Хәбиров.
Алексей Вовченко фекеренсә, әлеге мәсьәләне хәл итеүгә мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандарҙы эшкә алған йүнселдәрҙе субсидиялау кеүек яңы федераль инициатива ла ҙур өлөш индерәсәк.