Социаль мәсьәлә
9 Апрель 2021, 10:00

“Башавтотранс” “хаталар”ын төҙәтерме?

Водителдәрҙең береһенә ике йыл буйына отпуск бирмәгәндәр...

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы “Башавтотранс” предприятиеһында үткәрелгән тикшереүҙәр барышында Хеҙмәт кодексын боҙоуҙарға юлыҡҡан. Мәҫәлән, I разряд ставкаһы илдә автомобиль һәм ҡала транспорты буйынса тармаҡ килешеүе тарафынан 12 130 һум итеп билдәләнһә, “Башавтотранс”та ул ни бары 3 478 һум тәшкил итә.
Ҡайһы берәүҙәр эште нормала ҡаралғандан күпкә арттырып үтәгән. Мәҫәлән, диспетчерҙарҙың береһе ғинуар айында нормалағы 120 сәғәт урынына 375 сәғәт эшләгән, шуларҙың 105 сәғәте – байрам, ял көндәрендә. Бер тракторсы ялһыҙ - ун көн, йыйыштырыусы туғыҙ көн буйы эшләгән. Водителдәрҙең береһенә ике йыл буйына отпуск бирмәгәндәр.
Диспетчерҙарҙың, контролерҙарҙың, йыуыусы-йыйыштырыусыларҙың хеҙмәт килешеүҙәрендә төндә эшләгән өсөн өҫтәмәләр күләме билдәләнмәгән. Зарарлы һәм хәүефле шарттарҙа эшләгәндәр өсөн дә гарантиялар һәм компенсациялар ҡаралмаған. Ҡайһы бер водителдәрҙең медицина тикшереүен үтмәүе асыҡланған. “Башавтотранс” Хеҙмәт кодексын тупаҫ боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Фото:Echomskufa.ru
Читайте нас