Ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәт етәкселеге менән 2019 һәм 2020 йылдарҙағы Мөрәжәғәтнамәләрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Хөкүмәттә социаль мәсьәләләр өсөн яуаплы булған вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, 2020 йылдағы яңы пособие – өс-ете йәшлек балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн түләүҙәргә бюджеттан 214 миллиард һум аҡса тотонолған. Быйыл был сумма 276 миллиард һумға тиклем артасаҡ, сөнки иҫәп методикаһы үҙгәрә.
“1 апрелдән алып 8 апрелгә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталына 846 мең ғариза бирелгән. Абсолют лидерҙар булып Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Алтай крайы тора. Был ғаризалар буйынса түләүҙәр бирелә башлаған да", – тине ул.
Һөҙөмтә сифатлы башҡарылған эш тураһында һөйләй: пособиелар биреү механизмы көйләнгән, ә килемдәре ҙур булмаған ғаиләләр үҙ хоҡуҡтары тураһында белә һәм уның менән әүҙем файҙалана.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, былтыр был пособиены 137212 бала тәрбиәләгән 106711 ғаилә алған. Пособиеның дөйөм суммаһы ете миллиард һумдан ашыу булған.