Социаль мәсьәлә
11 Апрель 2021, 17:30

Йәш ғалимәгә ярҙам итәйек!

Әсәй булам тип ҡыуанып йөрөгән Дилә Раил ҡыҙы 2020 йылдың авгусында, бик яман сиргә дусар булып, комаға китә. Әле иһә...

Был хатты беҙгә йәш ғалимә – БДУ-ны тамамлап, Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын башлаған Дилә Дәминеваның әсәһе Рәйлә Заманова яҙҙы. Рәйлә Риф ҡыҙы – бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған тәжрибәле педагог, Баймаҡ лицей-интернатының директор урынбаҫары.
“Минең ҡыҙым Дәминева (Заманова) Дилә Раил ҡыҙы, әсәй булам тип ҡыуанып йөрөгәнендә, 2020 йылдың 13 авгусында яман сиргә дусар булды. Бик оҙаҡ комала ятҡандан һуң, Аллаһ Тәғәлә уға яңы һулыш бирҙе, сөбханаллаһ, ҡыҙым күҙҙәрен асты. Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптарына ҙур рәхмәт. Уларҙың ярҙамы менән донъяға ейәнсәрем Әминә тыуҙы. Ҡыҙым баш мейеһенә бик ауыр операциялар үткәрҙе. Коронавирус менән дә ауырыны, бәлки, ошоға ла бәйлелер - организм тергеҙелеүҙән туҡтап ҡалды. Әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан реабилитация үҙәгенә барырға кәрәк. Бының өсөн бик ҙур суммала аҡса талап ителә. Бер тәүлек дауаланыу – 10 мең һум. Унан тыш, махсус аҙыҡ кәрәк, сөнки бөтә ризыҡ та ярамай һ.б. Зинһар, ярҙам итһәгеҙсе. Уны ҡыҙғынаһы – Әминә ейәнсәрем көтә.
Реабилитациянан тыш, тағы бер пластик операция үтергә кәрәк, сөнки ярты баш һөйәген алдылар, ҡан тамырҙары шартлап, ныҡ таралған ине.
Изге Ураҙа айында күрһәткән мәрхәмәтегеҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирер, иншаллаһ.
Диләнең Һаҡлыҡ картаһы һандары - 5469060021498735 (Дилә Раил ҡыҙы). Уға бәйле телефон: 89631346077”.
Әйҙәгеҙ, йәш милләттәшебеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итеп, уға йәшәүгә өмөт бүләк итәйек! Изге Рамаҙан айы алдынан изгелек ҡылып, сауап алайыҡ!
Рәйлә Риф ҡыҙы ебәргән видеояҙмала – Диләнең ҡыҙы Әминә менән тәүге тапҡыр осрашыуы һәм серләшеүе.
Фотолар: Р. Заманованың шәхси архивынан.
Читайте нас