Социаль мәсьәлә
13 Апрель 2021, 06:38

Йөклөлөк – иң гүзәл мәл

Буласаҡ әсәләргә тейеш ярҙам төрҙәре.

Йөклөлөк – һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормошонда иң гүзәл, илаһи, шул уҡ ваҡытта ҡурсалауға һәм яҡлауға мохтаж мәл. Заман әсәйҙәре был мәсьәләгә бик етди ҡарай һәм табипҡа барып иҫәпкә тороу, ультратауыш тикшереүе үтеү, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыға сығыу ваҡытын алдан белешеп хәстәрләй. Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкаһы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана МИНҺАЖЕВА менән ауырлы ҡатындарҙың хоҡуҡтары, йөклөлөк осорона ҡағылышлы тикшеренеүҙәр һәм башҡалар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Светлана Рәйес ҡыҙы, иң тәүҙә Мотлаҡ медицина стра­хов­каһы полисы, уның буйынса бирелгән хоҡуҡтар тура­һында һөйләгеҙ әле?

– Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы (ҡыҫҡартып, ОМС тибеҙ) бөтә Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдә була. Уның база программаһына ярашлы, медицина ярҙамы, шул иҫәптән йөклөлөктө күҙәтеү, бала табырға ярҙам итеү, бала тапҡан­дан һуң тикшеренеүҙәр, шулай уҡ кәрәк тип тапҡан осраҡта – гинекология стационарына йәки бала табыу йортоноң йөклөлөк патология­һы бүлегенә дауаланырға һалыу ил биләмәһендә бушлай башҡа­рыла.


– Мотлаҡ медицина страхов­каһы полисы буйынса йөклө ҡатындар ниндәй медицина тикшеренеүҙәренә хоҡуҡлы?

– Был эштәр “2021 йылға 2022-2023 йылдарҙағы план осорона дәүләт гарантиялары програм­маһы”на ярашлы башҡарыла. Уның буйынса ауырлы ҡатындар хоҡуҡи, психологик һәм медик-социаль ярҙам алыуға хоҡуҡлы.
Йөклөлөк осоронда ауырлы ҡатынды табип-акушер-гинеколог – кәм тигәндә биш тапҡыр, табип-терапевт – кәм тигәндә ике тапҡыр (тәүгеһе ҡатын-ҡыҙҙар консульта­цияһына мөрәжәғәт иткәндән һуң 7–10 көн эсендә), табип-стоматолог һәм табип-офтальмолог кәм тигәндә бер тапҡыр ҡабул итергә тейеш. Йөклөлөк осоронда ихтыяж тыуһа, башҡа белгестәрҙең консуль­тацияһы ла тәғәйенләнеүе мөмкин.
Дәүләт гарантиялары програм­ма­һында яралғының үҫешендәге төрлө тайпылыштарҙы, мәҫәлән, үҫешеүҙең туҡталыуы, хромосома аномалияларын һәм башҡаларҙы тикшереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бындай тикшеренеү йөклөлөктөң 11–14 һәм 19–21 аҙналарында үткәрелә.


– Буласаҡ әсәләргә йөклөлөк буйынса иҫәпкә тороу, бәпес тапҡанға ҡәҙәр мотлаҡ үтәлергә тейешле тикшеренеүҙәр, процедуралар тураһында ла аңлатма бирһәгеҙ ине...

– Ауырлы ҡатындарға 7-8 аҙ­налыҡ срокта йөклөлөк буйынса иҫәпкә торорға кәңәш ителә, аҙыраҡ тотҡарланған хәлдә лә быны 12 аҙнаға тиклем мотлаҡ эшләргә кәрәк. Тәүге өс айҙа табип йүнәлтмә биргән анализдарҙы биреү, шулай уҡ туҡланыу, витаминдар ҡабул итеү йәһәтенән кәңәштәрҙе теүәл үтәү мотлаҡ.
Икенсе өс айҙа (14–27-се аҙ­налар) буласаҡ атай-әсәй, теләге булһа, баланың енесен асыҡлай ала. Был осорҙа йөклөлөк өсөн хәүеф бер аҙ кәмей, тәүге өс айҙағы иртә токсикоз баҫыла. 24–28 аҙна арауығында глюкозаға толерант­лыҡҡа тест бирелә. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен тикшереү, йөклө­лөккә бәйле (гестацион) шәкәр диабетына хәүеф булыу-булмауын билдәләү өсөн кәрәк.
Белеүебеҙсә, йөклөлөктөң 30-сы аҙнаһы тулыуға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы – йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск бирелә. 32 аҙнанан һуң даими рәүештә яралғының кардиотоког­рафияһы яҙыла башлай, йәғни тыуасаҡ бәпестең йөрәк тибеше буйынса хәл-торошо билдәләнеп бара.
36 аҙнанан башлап табипҡа аҙна һайын күренеү мотлаҡ. 40-41 аҙ­нала, әгәр медицина күрһәтмәләре булһа – унан да алдараҡ, планлы рәүештә госпиталгә һалыу бойомға ашырыла. Был осорҙа буласаҡ әсәнең бала табыу йортона тип йыйналған сумкаһы (әйберҙәр, документтар менән) һәр ваҡыт әҙер торорға тейеш.
Әгәр йөклө ҡатын ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙе теркәлгән урындан тыш бала табыу йортона мөрәжәғәт итһә (мәҫәлән, йөк­лөлөккә хәүеф янаһа, ҡапыл ғына сабый тыуымға килһә), илебеҙҙәге бер медицина учреждениеһы ла ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта йәки күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе түләүҙе талап итә алмай.


– “Бала табыу сертификаты” тура­һында ла ентеклерәк һөй­ләгеҙ әле.

– Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһынан тыш, йөклөлөктө күҙәтеү һәм бала табыуға булыш­лыҡ итеү дәүләт тарафынан “Бала табыу сертификаты” ярҙамында өҫтәмә рәүештә яҡлана, йәғни әлеге документ нигеҙендә ҡатынға һәм сабыйға һаулыҡ һаҡлауға ҡағы­лышлы хеҙмәттәр күрһәткән медицина учреждениеларына аҡса күсерелә. Сертификат буласаҡ әсә иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙар кон­сультацияһында бирелә. Әгәр ул шәхси клиникала күҙәтеү үтеп тә, “Бала табыу сертификаты”н алырға теләһә, 32 аҙналыҡ срокка тиклем үҙе беркетелгән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә тейеш. Әммә шуны ла белергә кәрәк: шәхси клиника күрһәткән хеҙмәттәрҙе сертификат ярҙамында түләп булмай.


– Йәш атай-әсәйҙәр өсөн баланың иң тәүге документ­тарының береһе – Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын юллау тураһында ла мәғлүмәт артыҡ булмаҫ...

– Эйе, бала тыуғандан һуң атай-әсәй алдында уға тейешле документтарҙы теүәлләү мәшәҡәте килеп баҫа. Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы – ул ошо системаға ҡараған медицина ойошмаларында бөтә төр медицина ярҙамын бушлай алыуға хоҡуҡ биргән документ. Бала тыуған көндән һәм тыуыу тураһында дәүләт теркәүе үткәндән һуң 30 көн дауамында барлыҡ кәрәкле медицина ярҙамын атаһының йәки әсәһенең полисы буйынса ала. Артабан ул бәлиғ булғансы был хеҙмәттәр атаһы, әсәһе йәки законлы вәкиле тарафынан һай­ланған медицина страховкаһы ойошмаһы тарафынан күрһәтелә. Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын юллау өсөн баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, СНИЛС, законлы вәкилдең (ата-әсәнең) шәхесен танытҡан документ кәрәк буласаҡ.


– Әңгәмә һуңында тағы ла йөклө ҡатындарға әйләнеп ҡайтып, уларҙың мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса хоҡуҡтарын барлайыҡ әле.

– Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса йөклөлөктө күҙәтеү программаһына ярашлы, дауалау-иҫкәртеү, диагностика саралары, патронаж, һәр төрлө клиник-лаборатор тикшереүҙәр үткәрелеүен барлыҡ гүзәл зат вәкилдәре лә яҡшы беләлер. Шулай уҡ буласаҡ әсәләрҙе бала табыуға физик һәм психологик йәһәттән әҙерләү, сәлә­мәт сабый табыуға һәм тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, күкрәк һөтө менән туҡландырыу нескәлектәренә өйрәтеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Шулай уҡ йөклө ҡатындар түбәндәге хоҡуҡтарға эйә:

* табипты (белгестең үҙенең ризалығы менән) һәм медицина ойошмаһын һайлау;
* төрлө йүнәлештә эшләгән табиптарҙан консультация алыу;
* берәй сир йәки медицина әмәлиәте арҡаһында тыуған ауыр­тыуҙы мөмкин булған саралар һәм дарыуҙар ярҙамында еңеләйтеүҙе һорау;
* медицина әмәлиәтенән баш тартыу;
* үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау өсөн адвокат, рухани йәки законлы вәкилең (ирең, яҡын туғаның йәки ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кеше) менән килеү.
Әлбиттә, буласаҡ әсәләр үҙ хоҡуҡтарын белергә, кәрәк осраҡта үҙҙәрен яҡлай алырға тейеш. Мотлаҡ медицина страховкаһы сис­темаһы, Дәүләт гарантиялары программаһы, был йүнәлештәге закондар ҙа ошоно гарантиялай. Ә мин уларға йөклөлөктөң һәр осоро бәхет-шатлыҡ менән тулы булып, ыңғай уҙыуын теләйем. Был донъяла әсәнән дә изгерәк зат юҡтыр. Ошо мөҡәддәс бурысты атҡарып сығырға, тормош дауамы булған яңы кеше тыуҙырырға йөрьәт иткән һәр ҡатын-ҡыҙға уңыштар юлдаш булһын!


– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас