Быйыл ғинуар аҙағында Әлшәй районында ике ауыл халҡы оло шатлыҡ кисерҙе – Казанка менән Таштүбәлә өр-яңы заманса ФАП-тар үҙ ишектәрен асты. Был матур ваҡиғалар, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү селтәрен яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Казанка биләмәһе биш ауылды берләштерә. Шуларҙың өсәүһендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләп килә. Әммә Казанкалағы медицина хеҙмәте күрһәтеү пункты уңайлыҡтары булмаған, бөгөнгө талаптарға яуап бирмәгән бинала урынлашҡан була. Был мәсьәлә буйынса ауыл халҡы бер нисә тапҡыр етәкселеккә мөрәжәғәт итә, әммә финанс ҡыҫынҡылығы арҡаһында проблеманы хәл итеү кисектерелеп килә.
Һәм бына, ниһайәт, казанкалар өр-яңы ФАП-лы булды! Бының өсөн улар республика етәкселегенә ҙур рәхмәт әйтә, сөнки тап “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү селтәрен яңыртыу” ише төбәк программаларының булдырылыуы ауыл ерендә йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, бының өсөн шарттар булдырыуға яңы мөмкинлектәр асты.
Казанкалағы ФАП бик ҡыҫҡа ваҡытта – ике ай эсендә төҙөлгән. Мөдир Любовь Ермолаева – 34 йыл ғүмерен һаулыҡ һағына бағышлаған тәжрибәле хеҙмәткәр. 1987 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙ ошо ауылда хеҙмәт юлын башлай. Тейешле шарттар булдырылған, дөйөм майҙаны 100 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән өр-яңы ФАП өсөн ҡыуанып бөтә алмай ул. “Йылы, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған бинала эшләүе лә күңелле. Заманса ҡорамалдар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә”, – ти Любовь Ермолаева.
Яңы ФАП-та күсмә бригада составында район үҙәк дауаханаһы табиптары, тар йүнәлештәге белгестәр ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ойоштора аласаҡ. Бының өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Казанкаларҙың күршеләре – Таштүбә ауылы халҡы ла ошондай уҡ шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Бындағы ФАП та ярайһы уҡ иҫкергән була. Яңы социаль объект ике ауылдағы 300-гә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа район етәкселеге социаль өлкәне үҫтереү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эштәрҙе бермә-бер әүҙемләштергән. Әлшәйҙәр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Башҡорт ихаталары” программаларында, “Айыҡ ауыл” кеүек республика конкурстарында ла әүҙем ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин ауыл тормошона ҡағылышлы социаль мәсьәләләрҙең һәр ваҡыт хакимиәттең иғтибар үҙәгендә булыуын, был йәһәттән республика етәкселегенең даими хәстәрен тойоп эшләүҙәрен билдәләне.
Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү объекттарын яңыртыу йәһәтенән дә эштәр дауам итә: быйыл Ҡармыш, Сураҡай, Торонтайыш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү күҙаллана. Әле файҙаланыуға тапшырылған ике ФАП-ты Әлшәй районында киң билдәле, төҙөлөш тармағында ышаныслы ойошма булараҡ танылған Марат Абдуллиндың төҙөлөш фирмаһы сафҡа индергән.
Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен – бәләкәй ауылдамы, ҙур ҡалаламы – заманса уңайлыҡтарға, яҡшы көнкүреш шарттарына эйә булырға тейеш. Республика етәкселеге лә ошоно үҙ эшмәкәрлегендә төп маҡсат итеп билдәләй. Ауылдарҙа яңы ФАП-тар асылыуы, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөмкинлектәрҙең артыуы – барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу йәһәтенән күрелгән хәстәрлектең бер сағылышы ул.