Социаль мәсьәлә
14 Апреля 2021, 17:30

Милли социаль башланғыстарҙың киләсәге ҙур

Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советының һәм Стратегик башланғыстар агентлығының берлектә үткәреләсәк Президиум ултырышына әҙерлек буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советының һәм Стратегик башланғыстар агентлығының иртәгә, 15 апрелдә, берлектә үткәреләсәк Президиум ултырышына әҙерлек буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.
2020 йылда Милли социаль башланғыс механизмдарын һынап ҡараған алты пиолот төбәк араһында Башҡортостан да бар. 2021 йылда Милли социаль башланғыстарҙы тотош илдә тормошҡа ашыра башлаясаҡтар.
Милли социаль башланғыстар – халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән федераль һәм төбәк саралары комплексы. Ул дәүләт хеҙмәттәрен алғанда ҡаршылыҡтарҙы кәметеүҙән башлап иң яҡшы маҡсатлы моделдәрҙе төбәктәргә индереүҙе, таратыуҙы, федераль кимәлдә норматив-хоҡуҡи базаны үҙгәртеүҙе, кешеләрҙән кире яуап алыу төшөнсәһен дә үҙ эсенә индерә.
Проект дүрт тармаҡта ҡулланыласаҡ: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, мәшғүллек. Һәр ҡайһыһында иң таралған ун хәл иҫәпкә алынған, улар буйынса маҡсатлы эш алып барыласаҡ. Мәҫәлән, баланы баҡсаға урынлаштырыу, амбулатор йә стационар медицина ярҙамы алыу, оло йәштәге яҡының өсөн социаль ярҙам ойоштороу, мәшғүллек үҙәге аша эш табыу һәм башҡалар.
Семинар-кәңәшмәлә социаль тармаҡтағы хеҙмәттәрҙең сифатын, ҡаршылыҡтарҙы, сикләүҙәрҙе тикшерҙеләр, шулай уҡ Милли социаль башланғыстарҙың механизмын, уны төбәктә ҡулланыу юлдарын барланылар.
"Милли социаль башланғыстың маҡсаты шунда: кешеләрҙең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрергә, уңайлылыҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Шуға күрә Стратегик башланғыстар агентлығы тәҡдим иткән был һөйләшеү бик мөһим", – тине Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса социаль тармаҡта күрһәтелгән хеҙмәттәр процесын яҡшыртыу йәһәтенән тәҡдимдәр формалаштырыласаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте Милли социаль башланғыстар буйынса маҡсатлы моделдәрҙе формалаштырып бөткәс, төбәктәр уны үҙҙәренә яраҡлаштырып ҡуллана башлаясаҡ, тип планлаштырыла.
Башҡортостанда Милли социаль башланғыстарҙы былтыр августа, икенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында тормошҡа ашыра башланылар. Уның механизмдарын һынау барышында бихисап социаль хеҙмәтләндереү төрҙәре ябайлаштырылды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас