Социаль мәсьәлә
14 Апрель 2021, 17:15

Яңы фирма пункты асыла

Һөт ризыҡтарын хәҙер Ауырғазы районы халҡы ла яҡындан ала аласаҡ. Уларҙы 20 апрелдән бирә башлайҙар.

Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ: Ауырғазы районының Талбазы ауылында “Һөт кухняһы”ның яңы фирма таратыу пункты асыла. Бушлай тауарҙы беренсе тапҡыр 20 апрелдә бирәсәктәр.
"Бөгөн булған таратыу пунктында һөт ризыҡтарын, ҡоро ҡатнашмаларҙы өс йәшкә тиклемге 160 бала һәм бер бала имеҙеүсе ҡатын ала. Уларҙың барыһы ла автоматик рәүештә яңы фирма пунктына күсереләсәк", - тине “Һөт кухняһы” ойошмаһы директоры Эльдар Сәйғәфәров.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда “Һөт кухняһы” тауарҙарын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 24110 бала, 37 етем һәм ата-әсәһе ҡарауынан ҡалған бала, 296 ауырлы һәм 211 сабый имеҙгән ҡатын бушлай ала.
Был “Һөт кухняһы” - Башҡортостанда асылған 54-се фирма пункты. Ул Талбазы ауылының Фрунзе урамындағы 40-сы йортта урынлаша. Бушлай һөт ризыҡтары шишәмбе һәм йома 9.30 сәғәттән 18.30 сәғәткә тиклем (14.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә ҡәҙәр - тәнәфес), ҡоро ҡатнашмалар шаршамбы 9.30 - 13.30 сәғәттәрҙә биреләсәк.
Пункттарҙың эш ваҡыты тураһында milkrb.ru сайтында белергә була. Барлыҡ һорауҙар буйынса 8(347)246-55-01 телефоны буйынса белгестәр консультация бирәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас