Социаль мәсьәлә
16 Апрель 2021, 05:19

Йылайырҙар еңеүгә иҫәп тота

Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ауыл халҡында бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның төп үҙенсәлеге – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ул – ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйы түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла.

Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ауыл халҡында бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның төп үҙенсәлеге – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ул – ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйы түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла.


“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында 2014 йылдан алып Йылайыр районы ла бик әүҙем ҡатнаша. Ошо йылдарҙа унда барыһы 66,9 миллион һумлыҡ 61 проект тормошҡа ашырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр программа буйынса еңеүсе проект булмаған, әммә 2019 йылдың ике проекты нигеҙендә Дмитриевка ауылында юл ремонтланған һәм Ҡыҙҙар-Биргәндә зыярат ҡоймаһы алыштырылған.
Быйыл был программала райондан 13 ауыл биләмәһе ҡатнашырға теләк белдергән. Әле проекттарҙы һайлап алыу өсөн йыйылыштар үтә, иң кәрәкле һәм йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемалар билдәләнә. Мәҫәлән, Бәрҙәш һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре зыяраттарҙы төҙөкләнде­рергә, Үрге Ғәле, Һабыр ауылдары халҡы – мәҙәниәт йорттарын, Матрайҙа дауахананы ремонтларға, Ивано-Ҡыуалат, Кананикольск, Үркәс ауылдарында йәшәгәндәр янғын һүндереү машинаһы өсөн модулле гараж төҙөргә тәҡдим иткән.
Ә Дмитриевка ауыл биләмәһе халҡы Мәсетбар ауылында урам яҡтыртҡыстарын алыштырыу өсөн тауыш биргән. Шулай уҡ балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе хәстәрләгән проекттар ҙа тикшереүгә сығарылған. Яманһаҙ ауылында йәшәгәндәр тап ошо проблеманы күтәргән.
Районда иң ҙур ауылдарҙан һаналған Юлдыбайҙа ла хәл итәһе көнүҙәк проблемалар етәрлек, шуға күрә улар йыл һайын был программала теләп ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы ярҙамында бихисап мәсьәлә тормошҡа ашырылған. Халыҡ матур һәм уңайлы шарттарҙа йәшәргә ынтылған ерҙә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ.
Быйыл юлдыбайҙар күпселек тауыш менән “МТЗ-82” тракторына янғын һүндереү өсөн ҡулайлаштырылған арба һәм трактор арбаһы алыу проектын хуплаған. Ә бына район үҙәге халҡы хоккей майҙансығы эргәһенә бөтә уңайлыҡтары булған йылы модулле сисенеү урыны төҙөүҙе көнүҙәк мәсьәлә тип иҫәпләй. Йылайырҙар быйыл халыҡҡа бар яҡлап ярҙам күрһәткән программала еңеп сығырҙарына ышана һәм үҙҙәре тәҡдим иткән проекттар тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.


Йылайыр районы.
Читайте нас