Салауат ҡалаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” үткәрелде.
Форум сиктәрендә 12 лекция майҙансығы – ижади оҫталыҡ кластары һәм консультация зоналары ойошторолдо. 250-нән ашыу ҡатын табиптарҙан кәңәш алды.
Ғәлиә Муллабаева маммологҡа эләгер өсөн махсус рәүештә Ишембай районынан Салауат ҡалаһына килгән. “Табип шул тиклем яҡшы ҡарай, аңлата. Ишембайҙа шеш бар, тигәйнеләр. Хәлемде күҙ алдына килтерәһегеҙме? Һәм ҡапыл Салауатта табиптар буласағы хаҡында белеп ҡалдым. Махсус рәүештә килдем. Табип мине тынысландырҙы. Барыһы ла һәйбәт, тине”, - ти ҡатын.
Башҡортостан Башлығы ҡатыны Каринэ Хәбирова һүҙәренә ҡарағанда, форумда пландан тыш янғын хәүефһеҙлеге тикшерелгән. “Сара асылғанда сәхнәләге софит янды, бәхеткә, барыһы ла тиҙ хәл ителде һәм бөтәһе лә өйҙәренә имен ҡайтты”, - тип яҙған Каринэ Хәбирова.
Салауати ҡалаһындағы “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” биләмәһенә Эвелина Бледанс килде. Ул үҙенең тарихтарын һөйләне һәм инвалид балаларҙы социалләштереү темаһына “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә фекерҙәрен әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” – Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамында үткәрелгән сара.