Социаль мәсьәлә
22 Апрель 2021, 14:30

Бер һайыҫҡан арҡаһында...

XXI быуатта өс көн буйы утһыҙ, телефонһыҙ, телевизорһыҙ, һыуытҡысһыҙ йәшәп ҡара!

Нуғай ауылы эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәте халҡы өс көн буйына утһыҙ ултырған. Ул ғына ла түгел, тирә-яҡтағы күрше коттедж кварталдары ла электр утынан мәхрүм ҡалған.
"Пушкин шәм яҡтыһында әҫәрҙәрен нисек яҙғандыр, ә бына өс көн буйы 21 быуатта утһыҙ, телефонһыҙ, телевизорһыҙ, һыуытҡысһыҙ йәшәп ҡара! - тип үртәлә романтиканан тамам туйған, “Утес” баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәгән Венер Садиҡов. - Хәҙер бөтә тормош электр утына ҡоролған заманда ғаиләләргә бындай шарттарҙа йәшәү мөмкин түгел".
Нуғайҙағы коммуникациялар махсус компания яуаплылығында, ә баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендәге электр селтәрҙәре Башҡорт дәүләт университеты балансында. Электр селтәренән ширҡәттең файҙаланыуын өҙгәс, Нуғай яҡтылыҡҡа күмелгән. Тик “Утес“ ҡына утһыҙ, бындай хәлдең йыш ҡабатланыуы уларҙың йәненә тейә.
Шулай ҙа үҙ иҫәптәренә белгестәр яллағас, хәлдең сәбәбе асыҡланған. Әйтеүҙәренсә, һайыҫҡан осоп барғанда сым төшөрөп ҡалдырып, ҡыҫҡа ялғаныш барлыҡҡа килтергән. Ярай, был юлы ҡош ғәйепле икән, ти, ә башҡа ваҡытта уттың булмауында кемде ғәйепләргә? Шуға күрә әлегә шәмдәрҙе алыҫҡа йәшерергә ярамағанлығын ширҡәт халҡы яҡшы белә.
Фото: BashNews
Читайте нас