Социаль мәсьәлә
25 Апрель 2021, 13:30

Асарбаҡтың да кешесә йәшәгеһе килә...

Республика комплекслы социаль үҙәге Нефтекамала йорт-ерһеҙ кешеләргә ҡала хакимиәте менән берлектә изгелек акцияһы ойошторҙо.

Республика комплекслы социаль үҙәге Нефтекамала йорт-ерһеҙ кешеләргә ҡала хакимиәте менән берлектә изгелек акцияһы ойошторҙо.
Ашығыс социаль ярҙамды 31 кеше алды. Мохтаждарға аҙыҡ-түлек тауарҙары, өҫ һәм аяҡ кейемдәре тапшырылды. Белгестәр юғалтылған документтарҙы тергеҙеү, инвалидлыҡ юллау һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультация уҙғарҙы. Бөтәһе лә медицина тикшереүе үтте.
Бындай мәрхәмәтлек акциялары республиканың ҡала һәм райондарында кеше ҡайғыһына битараф түгелдәр ярҙамында ойошторола. Ниндәйҙер сәбәп менән урамда ҡалырға мәжбүр булған асарбаҡтар ҙа кешесә йәшәргә, эшләргә теләй. Республика комплекслы социаль үҙәге уларға ярҙам итеү өсөн кейем-һалым, аяҡ кейемдәре туплай. Адресы: Өфө ҡалаһы, Колгуев урамы, 29; телефоны: (347) 287-28-66.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас