Социаль мәсьәлә
6 Май 2021, 12:40

Һигеҙ бала кеше тупһаһында йөрөмәһен ине...

Апрель аҙағында был ғаиләләге бәхетһеҙлек хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Апрель аҙағында Белорет районының Берештамаҡ ауылында күп балалы ғаиләнең йортонда янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ярай әле, бәхеткә күрә, ғаилә ағзаларының бөтәһе лә сослоҡтары арҡаһында иҫән ҡалған, тәҙрә аша һикерергә өлгөргән.
Әммә йортто ҡотҡара алмағандар. Янғын көтмәгәндә өйҙөң соланында сыға. Быға иҫке электр үткәргесе сәбәпсе булыуы мөмкин, тиҙәр. Ут сығыуын иҫкәртеүсе прибор өй эсенә урынлаштырылған булғанға күрә, янғын башланыуын һуңлап шәйләйҙәр.
Ауылдаштар үҙ көстәре менән янғынды һүндерергә тырышып ҡарай, мәктәп гидрантын ҡулланалар. Көнкүреш техникаһының бер ни тиклем өлөшөн, документтарҙы ғына ҡотҡарып алып ҡалалар. Янғын һүндереүселәр ҡырҡ минуттан һуң ғына Инйәрҙән килеп етә. Яҡында ҡотҡарыусылар часы юҡ. Йорттоң стеналары, түшәмдәр ныҡ янған, бында йәшәрлек түгел, тиҙәр.
Нуруллиндар был йортто әсәлек капиталына алған булған, яңыһын төҙөү өсөн уларҙың матди мөмкинлеге юҡ. Ауылдаштар һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләгә кейем-һалым менән ярҙам иткән, аҡса йыйған. Әммә йорт һалыу өсөн был ғына етерлек түгел.
Ғаилә ошо уҡ урында төҙөлөш башларға уйлай. “Материалдар ҡиммәт, һигеҙ баланы тәрбиәләргә лә кәрәк, үҙебеҙҙең көс менән генә тиҙ арала йорт һалып булмаясаҡ,” - ти күп бала әсәһе Айһылыу.
Ғаилә башлығының төҙөлөш эшенә оҫта булыуы билдәле. Рәмил Нуруллин ауылдаштарына ярҙамдары өсөн бик рәхмәтле, улы менән бергәләп эште башлаясаҡтарын белдерә. Өй һалыуы уйын түгеллеген ауыл халҡы яҡшы аңлай, эшсе ҡулдар өҫтөнә аҡсаһы, материалдары кәрәк...
Ун кешенән торған оло ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалды, оло ҡыҙҙарына 20 йәш булһа, төпсөктәренә ни бары бер генә йәш. Ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр булһа, бәлки, яңы йылды уларға кеше тупһаһында түгел, ә үҙ йорттарында ҡаршыларға мөмкин булыр.
Фото: BashNews.
Читайте нас