Социаль мәсьәлә
7 Май 2021, 05:10

Баланы ҡотҡарған өсөн – миҙал

Өфөнөң 18-се поликлиника­һын­да эшләгән йәш табип Азамат Ғиззәтуллин Рәсәй Федерация­һы­ның дәүләт наградаһы – “Һыу­ҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланды.

Өфөнөң 18-се поликлиника­һын­да эшләгән йәш табип Азамат Ғиззәтуллин Рәсәй Федерация­һы­ның дәүләт наградаһы – “Һыу­ҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланды.


Былтыр июль айында Ҡариҙел ра­йо­нында Павловка һыу һаҡлағы­сында ял иткән ғаилә бәләгә тарый. Ваня атаһы менән кәмәлә йөҙгәндә ҙур тиҙлектә икенсе кәмә килеп бә­релә. Ғәйепленең эскән булыуы асыҡ­лан­ған. Был хәлгә шаһит булған Аза­мат шунда уҡ ярҙамға ташлана. Күп йә­рәхәттәр алған баланы һыуҙан алып сыға. Ваняға ҡатмарлы операция яһалыуы, аҙаҡ оҙайлы реабили­тация үтеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.


Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Русскихтар ғаиләһе үҙҙәренең ҡотҡарыу­сыһын социаль селтәрҙәр аша эҙләй башлай. Батыр егетте табып, уның менән танышалар. Азамат дауаханала ятҡан кескәй дуҫының хәлен белешеп тора.


Ғаилә Рәсәй Президентына, балаларын фажиғәнән йолоп алып ҡалған егетте бүләкләүҙәрен һорап, мөрәжәғәт итә. Тик Азамат ҡына үҙенең был аҙымын батырлыҡ тип иҫәпләмәй, беҙҙең егеттәр бына шулай тыйнаҡ, баҫалҡы инде!


Азамат Ғиззәтуллин награда менән бүләкләнгәндән һуң, тағы ла эшенә йүгерҙе. Ҡыйыу табипты пациенттары көтә...
Читайте нас