Күптән түгел Асҡарҙа эшләп килгән автономиялы коммерцияға ҡарамаған “Ярҙам” (Изгелек эшлә) халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге ойошмаһы Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып Президент гранты яуланы һәм төбәктә ошо йүнәлештәге берҙән-бер ойошма – реабилитация үтеү өсөн техник сараларҙы ваҡытлыса файҙаланыуға биреү пунктын асты. Проект хаҡы – 474 мең 110 һум.
Уның төп бурысы – олоғайыу йәки ауырыу сәбәпле өлөшләтә йә иһә тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға социаль-көнкүреш, табипҡа тиклемге медицина ярҙамы күрһәтеү. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә тормошта ауыр хәлдәгеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы, күңел һалып эшләүҙе лә талап итә. Һәр кем бындай көсөргәнешле хеҙмәтте башҡара алмай, шуға күрә үҙенең кисерештәрен тота алған, тәрән аҡыллы, мәрхәмәтле, изге күңелле, мөләйем кешеләр генә был хеҙмәттә эшләй.
Бигерәк тә коронавирус пандемияһы ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙәр аҡ халатлылар менән бер рәттән алғы һыҙыҡҡа баҫҡан һәм ололарға бар яҡлап ярҙам күрһәткән.
Бөгөн дә был эш дауам итә. Һәр ауылдың социаль хеҙмәткәре, ирекмәндәр менән бергә оло йәштәгеләрҙең йортона барып, уларға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Кәрәк икән, һыуын да килтерә, иҙәнен дә йыуа, ҡарын да көрәй, дарыуҙар, көндәлек кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән дә ярҙам итә.
– Районда 11 мең 500 пенсионер йәшәй, йыл һайын 200-гә яҡын кеше инвалидлыҡ буйынса ҡағыҙ тултыра. Улар алдында ҙур һорау барлыҡҡа килә, ҡайҙан инвалидлыҡ коляскаһын алырға йә иһә реабилитация өсөн башҡа әйберҙәрҙе нисек һатып алырға? Улар арзан түгел, етмәһә, районда табыу мөмкинлеге лә бик аҙ.
Уларҙы Социаль страховка фонды аша алыу мөмкинлеге бар-барлығын, әммә уның өсөн айҙар, хатта йылдар үтеүе лә мөмкин. Ә сирле кешегә көнөндә кәрәк. Был йүнәлештәге проектты оҙаҡ әҙерләнек, уны уңышлы яҡлап сыҡтыҡ һәм еңеү яуланыҡ. Бик шатбыҙ. Проект аҡсаһына сирлеләр өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙе алырға тырыштыҡ. Инвалид коляскалары, атлар өсөн ике тәгәрмәсле ходункиҙар, түшәктә ятыусыларға махсус тәғәйен матрастар, туалет-коляска, атлау таяҡтары – барыһы ла бар. Беҙҙең ярҙам сирлегә мөмкин тиклем файҙа килтерһен һәм дауаланып сығырға бер аҙым, ышаныс һәм өмөт уятһын, тигән теләктәбеҙ, – ти ойошма етәксеһе Рәйлә Ғүмәрова.
Был хеҙмәттән файҙаланыусылар кәрәкле техник әйберҙәрҙе бушлай алты ай дауамында ҡуллана ала. Тағы ла кәрәк булһа, килешеүҙе оҙайтыу ғына талап ителә. Район халҡынан мөрәжәғәт итеүселәр һаны көндән-көн күбәйә һәм өр-яңы техник әйберҙәр тулған бүлмә бушай бара, ти бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә.
Изгелектең юҡтыр сиктәре, тигәндәй, мохтаждарға күрһәткән изгелек һәм мәрхәмәтлелек “Ярҙам” (Изгелек эшлә) халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә йөҙләтә кире әйләнеп ҡайтһын. Уларҙың ауыр, әммә сауаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.