Ни өсөн препарат “Мир” тип атала, барыһы ла ябай, аңлашылып тора. Аббревиатура “Малая интерферирующая РНК” һүҙбәйләнешенән ҡыҫҡартып алынған. Агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова әйтеүенсә, препарат кеше геномына һәм иммунитетына тәьҫир итмәй, ул хәүефһеҙ. Өҫтәүенә дарыу вирустың репликацияһын (сирҙе йоҡтороу процесында биологик вирустар барлыҡҡа килеүен) туҡтата һәм коронавирус инфекцияһы үҫешенең иң ауыр формаларына юл ҡуймай.