Социаль мәсьәлә
7 Май 2021, 05:08

Пандемия беҙҙе күпкә өйрәтте

Беребеҙ ҙә уны көтмәгәйне, тик ул хәбәр итеп тормайынса йәшәйешебеҙгә ҡапыл үтеп инде. Пандемия һәр беребеҙҙең тормошон үҙгәртте: кемдер оҙаҡ йоҡларға ғәҙәтләнде, кемдер ҡулдарын һабынлап йыуырға күнекте. Күп сирҙәрҙе аяғөҫтө генә үткәрергә әүәҫләнгән “батырҙар” һаны күҙгә күренеп кәмене. Ниндәй яңы ғәҙәттәрҙе файҙалы тип әйтә алабыҙ? Психолог Елена Пояркова шул хаҡта аңлатма бирә.

Беребеҙ ҙә уны көтмәгәйне, тик ул хәбәр итеп тормайынса йәшәйешебеҙгә ҡапыл үтеп инде. Пандемия һәр беребеҙҙең тормошон үҙгәртте: кемдер оҙаҡ йоҡларға ғәҙәтләнде, кемдер ҡулдарын һабынлап йыуырға күнекте. Күп сирҙәрҙе аяғөҫтө генә үткәрергә әүәҫләнгән “батырҙар” һаны күҙгә күренеп кәмене. Ниндәй яңы ғәҙәттәрҙе файҙалы тип әйтә алабыҙ? Психолог Елена Пояркова шул хаҡта аңлатма бирә.


“Рәсәй халҡының тормошонда яңы ғәҙәттәрҙең кемдер өсөн файҙалы, икенселәр өсөн кире булыуы ихтимал. Мәҫәлән, кемдер өйҙә эшләгәс, юлға киткән ваҡытын йоҡоға бүлеүе, ҡайһы берәүҙәрҙең ғаиләһенә иғти­бар­ҙы арттырыуы, икенселәрҙең был хәлде ауыр кисереүе билдәле. Бер юлы өйҙә эшләп тә, балалар ҡарап ултырыуы ла еңел булмағаны аңла­шыла. Шулай ҙа күп ғаиләләр бергә­ләп аралашыуҙан, олатай-өләсәйҙәр менән кистәрен осрашыуҙан, әңгәмә­ләшеүҙән ләззәт тапты. Эксперттар әйтеүенсә, байтаҡ ғаиләләр аш-һыуға ресторан-кафеларҙа заказ биргән, өйҙә һирәгерәк әҙерләргә, яңы аш-һыу тәмләп ҡарарға тырышҡан. Әлбиттә, сығымдар ҙа артҡан.
Психолог ҡулдарҙы йыш йыуыуҙы “иң яҡшы ғәҙәт” тип атаған. Өҫтәүенә, йыл буйы сирле көйө эшкә килгәндәр булмаған тиерлек. Элек танау мышнауҙы, йүткереүҙе бар тип тә белмәһәк, хәҙер ундай сирлеләрҙе урап үтергә тырышабыҙ.
Коронавирус инфекцияһы тәү башлап таралған Ҡытайҙа ҡырағай ха­й­уан­дарҙы ашау йолаһына хәҙер шик­ләнеп ҡарайҙар. Яңыраҡ илдә эко­логик, фәнни һәм социаль әһә­миәт­ле ҡырағай хайуандарҙы туҡла­ныу рационында файҙаланыуҙы ваҡыт­лыса сикләгәндәр. Күптәр был сара­ның даими индерелеүен теләй. Коронавирустан тәбиғәткә бына ҡайҙа файҙа... Ҡытайҙа пандемия осоронда һауаның бысраныуы кәмегәнен дә билдәләгәндәр. “Был хәл бер нисә айҙа меңәрләгән кешенең ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк”, – ти ҡытайҙар.
Рәсәйҙә күп кенә компаниялар хеҙмәткәрҙәрен ситтән тороп эшләүгә күсерҙе. Эксперттар әйтеүенсә, пандемия эш биреүселәрҙең ҡарашын да ҡырҡа үҙгәрткән. Ситтән тороп интернет аша эшләүҙең ҡайһы бер учреждениелар өсөн киләсәктә уңайлы булыуы ихтимал. Был йәһәт­тән алдынғы илдәрҙәге тәжрибә иғтибарға лайыҡ. Хеҙмәткәрҙәр аҙна­һына ике-өс көн өйҙән тороп эшләй, ә ҡалған ваҡытты офиста үткәрә. Компаниялар өсөн дә был алым файҙалы, һәр хеҙмәткәр сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.
Пандемия эргәбеҙҙәге ярҙамға, ҡурсалауға, йылы һүҙгә мохтаж булған өлкәндәргә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте, сөнки мәкерле вирустан һәләк булыусы­ларҙың ҙур өлөшө улар иҫәбенә тура килде. Беҙ көн-төн шым ғына үҙ бурыстарын атҡарған, әлегәсә йүнләп баһаланмаған, бик кәрәкле ябай хеҙмәт эйәләрен, ниһайәт, күрергә мәжбүр булдыҡ. Беҙ генә түгел, ә бөтә донъя таныны уларҙы. Социаль хеҙмәткәрҙәр эшенең ни тиклем яуап­лы, мәрхәмәтле, ихлас икәнлеген тойҙоҡ, уларға рәхмәт.
Уҡытыусылар һәм медицина хеҙ­мәткәрҙәре халыҡ өҫтөнә төшкән ауыр йөктөң иң ҙур өлөшөн артмаҡ­ланы һәм әле лә эштәрен намыҫ менән атҡарыуын дауам итә. Хәйер, заманыбыҙҙың был лайыҡлы герой­ҙары тураһында киләсәктә китаптар яҙылырына, фильмдар төшөрөлөрөнә икеләнмәйбеҙ.
Коронавирус, һис шикһеҙ, телеме­дицинаның артабанғы үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ, әле лә был баһалап бөткөһөҙ ҡорал глобаль күләмдә файҙаланыла.
Нисек кенә ауыр, хәүефле бул­маһын, пандемиянан ғүмерлек һабаҡ алдыҡ. Шуларҙың иң мөһиме: һау­лыҡтан да ҙурыраҡ, унан да ҡәҙер­лерәк байлыҡ булмауын иңебеҙҙә татыныҡ. Үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн бары үҙең генә яуаплы булыуыңды тағы бер ҡат төшөндөк. Кешелек донъя­һы үҙенең пандемияға әҙерлекһеҙ икәнен күрҙе һәм таныны, моғайын, киләсәктә уяуыраҡ һәм аҡыллыраҡ булырға теләр.
Беҙгә бығаса һаулыҡ һаҡлау тар­ма­ғына сығымдарҙың ҡыҫҡарты­лыуына, “ҡулайлаштырыу” тип атал­ған аңлайышһыҙ осорға ла шаһит булырға тура килде. Хәҙер бөтә донъяла дәүләттәр сирҙәрҙе иҫкәртеүгә аҡсаны йәлләмәү кәрәклеген таный, сөнки башҡа маҡсаттарға тотоно­лорға тәғәйенләнгән саралар пандемияны еңеүгә китә. Коронавирус, тар­маҡтағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау­ҙан тыш, вирустарҙың тәбиғәтен аңларға ла өйрәтә. Беҙҙең быуын пандемияны, һис шикһеҙ, онотмаҫ һәм ул ҡабатланмаһын өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләр, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас