Социаль мәсьәлә
7 Май 2021, 06:12

Тормошта иң мөһиме – ғаилә

Ил өсөн терәк булырлыҡ ата-әсәләр бар.

Саҡмағош районындағы төньяҡ-көнбайыш район-ара “Ғаилә хеҙмәте” үҙәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға, ғаилә институтын нығытыуға һәм һәр кем өсөн тыныс, имен, уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә.


Дәүләт хәстәрлеген аҡлайҙар


Ғаилә ҡороу – кеше тормошонда иң мөһиме, ул һинең башҡалар тураһында хәстәрлек күрергә әҙерлегеңде, рухи яҡтан өлгөрөп етеүеңде күрһәткән яуаплы аҙым. Тик тормошта бөтәһе лә шыма бармай шул. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә, балалар тәрбиә­ләүҙә, донъя көтөүҙә ҡатмарлыҡтар етерлек. “Ғаилә хеҙмәте”нә өмөт бағлап, уның эшмәкәрлеге менән танышыуыбыҙ юҡҡа түгел. Уның иңендәге хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп төрлө һәм үҙенсәлекле.
Иғтибар үҙәгендә – әсәлек һәм балалыҡ проблемалары, өлкән быуынға ярҙам, инвалидтар тураһында хәстәрлек, мохтаждарға ҡул һуҙыу, һәр кемдең хәстәрҙәрен уртаҡлашыу... Үҙәк эшмәкәрлегендә ваҡ-төйәк юҡ, барыһы ла әһәмиәтле, ти бында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар.
“Ғаилә хеҙмәте” республикабыҙҙа сағыштырмаса яңыраҡ ойошторолһа ла, бурыстары әүәлге. Бөтә ил етәкселеге иғтибары үҙәгендә демографик сәйәсәт киҫкен торғанда, халыҡ һанын тотороҡландырыу ғына түгел, киләсәктә уның артыуын тәьмин итеү, күп балалы ғаиләләрҙе дәртләндереү саралары менән солғау һәм уларҙың мәшәҡәттәрен еңеләйтеү, буш ваҡыттарын файҙалы, йөкмәткеле итеп үткәреү кеүек мәсьәләләр тап ошо учреждение иңенә ятҡан да инде.
Ул башҡарған эштәр ғаиләнең йәмғиәттәге, дәүләттәге ролен һәм абруйын нығытыуға, әсә һәм бала мәнфәғәттәрен яҡлауға булышырға тейеш. Республикабыҙҙа күп бала үҫтергән әсәләргә тәүге тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу тантанаһына егерме йылдан ашыу ваҡыт уҙып та киткән. Ошо осорҙа Саҡмағош районының биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән 77 әсәһе ошо маҡтаулы наградаға лайыҡ булған.

Былтыр был исемлекте йәнә ике әсә тулыландырған. “Ғаилә хеҙмәте” үҙәге етәксеһе Илвера Шәймөхәмәтова әйтеүенсә, әле тағы ла бер әсә лайыҡлы наградаға үҙ сиратын көтә, документтары ҡарау өсөн әҙерләп тапшырылған. Районда “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы менән наградланған ғаилә лә бар. Дәүләт өмөтөн һәм хәстәрлеген аҡларлыҡ, ил өсөн терәк булырлыҡ һөнәрле, лайыҡлы алмаш тәрбиәләүсе ата-әсәләр булыуы һөйөндөрә.


Эштең кәмегәне юҡ


2020 йыл республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә донъяла ҙур мәшәҡәттәр, хәүеф тыуҙырған, тормош ҡиммәттәренә ҡарашты тамырынан үҙгәрткән һәм тарихта үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған йыл булды. Пандемия осоронда “Ғаилә хеҙмәте” аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, федераль социаль өҫтәмә алыусы граждандарға, социаль яҡтан хәүефле хәлдә ҡалғандарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыуҙа, кешеләрҙең мохтажлығын асыҡлауҙа ең һыҙғанып эшләне. Әлеге осорҙа ла был йүнәлештә эштең кәмегәне юҡ.
112 ғаилә ойошманың социаль күҙәтеүенә алынған. Тормоштарында хәл яҡшы яҡҡа үҙгәреп, ыңғай һыҙаттар төҫмөрләнгән осраҡта имен булмаған ғаиләләрҙе контролләү туҡтатыла, әле 43 ғаиләне күҙәтеүҙән алғандар. Социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләрҙең айырым категорияларына адреслы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарға ярашлы, районда 19 ғаиләне ауыр тормош хәленән сығарыуға йүнәлтелгән контракт төҙөлгән. Социаль ярҙамдың был төрө йән башына тура килгән килемдәре йәшәү минимумы дәүмәленән кәм булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүсе граждандарға тәғәйенләнгән.
Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға бер тапҡыр йәки ай һайын бирелеүсе аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Кемдер уны эш эҙләү осоронда, кемдер һөнәр алыу мәлендә ала. Шулай уҡ йәшәү өсөн тәү сиратта мөһим булған әйберҙәр, дарыуҙар өсөн дә 10 434 һум күләмендә аҡсалата ярҙам ҡаралған. Ҡайғы-хәсрәтең даръялай, ә таяныр таянысың булмаһа, бер үҙеңә генә уны йөҙөп сығыуы икеле, әлбиттә.
– Беҙҙең ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙең береһе Ҡаратау ауылында булып сыҡты, – ти Илвера Илдус ҡыҙы. – Ғаиләлә бәлиғ булмаған йәштәге өс бала тәрбиәләнә, үкенескә ҡаршы, әсәйҙәре вафат булған. Атай кешенең пособие юлларға ваҡыты ла, мөмкинлеге лә булмағандыр, күрәһең. Дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам алмағандар. Хеҙмәткәрҙәребеҙ балаларға пособиены рәсмиләштерергә ярҙам итте, социаль контракт нигеҙендә түләүҙәр билдәләне, йәшәү өсөн мөһим тауарҙар алыуға аҡса бүлде. Хужа газ ҡаҙанлығы, диван, газ плитәһе, балаларға кейем-һалым һатып алды... Тормоштары яйлап яйға һалыныр кеүек.
“Ғаилә хеҙмәте”ндә психологтың булыуы байтаҡ көсөргәнешле хәлдәрҙе йомшартыуға булышлыҡ итә. Психолог-модератор Гөлшат Яҡуповаға балаларын эйәртеп, әсәләр ҙә, үҙ проблемалары менән өлкән йәштәгеләр ҙә килә. “Бына яңыраҡ балаһын ҡурҡыу тойғоһонан арындырырға теләгән әсә менән әңгәмәләшергә тура килде, – ти Гөлшат Флүр ҡыҙы. – Яңғыҙлыҡтан арыған ололар ҙа беҙгә килеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлаша. Өлкәндәргә күп кәрәкме ни, кәйефтәрен күтәреү, тынысландырыу өсөн йылы һүҙ ҙә етә. Күңелдәре тулышып, илап та алалар...”
Үкенескә ҡаршы, эскелек арҡаһында түбәнлеккә төшә барған ғаиләләр ҙә бар, уларҙы дауалау, “йәшел йылан” ҡоллоғонан арындырыу буйынса районда даими эш алып барыла.


Йәм табып йәшәйҙәр


– Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү һөйөндөрә. “Инде эскелек һаҙлығына батты, сыға алмаҫ”, тип уйлаған ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә, һөйләшә-аңлаша торғас, үҙҙәрендә көс табып, әүәлге тормоштарына әйләнеп ҡайта. Бер ғаилә, ниһайәт, аңына килеп, айнығып, өс балаһын да приюттан барып алды. Әсәне эшкә урынлаштырырға ярҙам иттек. Әле лә тайғаҡ юлға кире төшөп ҡуймағайҙары тип, ситтән күҙәтәбеҙ. Бына яңыраҡ тағы бер күңелһеҙ хәбәр алдыҡ. Дүрт бала үҫкән ғаиләлә атай ҙа, әсәй ҙә эскелеккә бирелгән. Белгестәребеҙ ауылға барып, хәлде баһаланы. Балаларҙы ваҡытлыса өләсәйҙәренә ҡалдырып, әсәне реабилитацияға оҙаттыҡ. Был ғаилә хәҙер беҙҙең күҙ уңында буласаҡ, – ти Илвера Илдус ҡыҙы.
“Минең ғаиләм” проектына ярашлы, былтыр биш кеше “Яҡты юл” реабилитация үҙәгендә алкоголгә бәйлелектән арыныу курсын үткән.

Пандемия осоронда онлайн тәртибендә саралар ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Ай һайын балалар һәм ата-әсәләр өсөн айырым “Ғаилә клубы” үткәрелгән. Нигеҙҙә, иҫкәртеү сараларына арналған осрашыуҙарҙа хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен, психологтарҙы йәлеп иткәндәр. Һәр айҙың тәүге шаршамбыһында уҙғарылған Берҙәм ғаилә консультациялары көнөндә ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге бар.
“Ғаилә хеҙмәте” республикала быйыл унынсы тапҡыр үткәрелгән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһында ҡатнашыуҙан ситтә ҡалмайынса, 230 баланы уҡыу кәрәк-ярағы менән тәьмин итеүҙе ойошторған.
Бөгөн ғаиләләрҙе пособиелар түләп, льготалар биреп кенә яҡлап булмайҙыр. Мәсьәлә беҙ уйлағандан күпкә тәрәнерәк. Йәмғиәттең сәләмәтлеге, әхлаҡи таҙалығы, татыу, имен ғаиләлә бала тәрбиәләү, лайыҡлы эш хаҡы барыһынан да өҫтөнөрәк. “Ғаилә хеҙмәте”нең туғыҙ кешенән торған командаһы тап ошо йүнәлештәрҙе өҫтөн тип һанай, әлегә буй етмәҫлек тойолған хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй, уйлана. Ғаилә хеҙмәте һәр һалынған һумдан табыш көтә торған урын түгел. Кешелеклелек, битараф булмау, намыҫсанлыҡ, түҙемлелек сифаттарына таянып ҡына нимәгәлер өлгәшергә мөмкин, тигән уйҙа Илвера Шәймөхәмәтова етәкселегендәге “Ғаилә хеҙмәте”нең ауыр эштән дә йәм табып йәшәй белгән уңған ҡатын-ҡыҙҙары.


Саҡмағош районы.
Читайте нас