Социаль мәсьәлә
11 Май 2021, 08:30

Ғаилә аҙнаһы – һеҙҙең өсөн

Республикала 11 майҙан 16 майға тиклем Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙна үтә, ул 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған.

Республикала 11 майҙан 16 майға тиклем Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙна үтә, ул 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған.
Ошо айҡанлы, ҡала һәм райондарҙа ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә, ғаилә ялын ойоштороуға йүнәлтелгән саралар һәм акциялар үткәреләсәк.
Бөгөн, мәҫәлән, “Изгелектең ғаилә бумерангы” тип аталған акция башлана, ҡатнашыу өсөн яңы һәм ҡулланыуҙа булған балалар өсөн тауарҙар тапшырырға мөмкин. Һүҙ коляска, сана, велосипед, йыһаздар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тураһында бара. Акция ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был эште “Ғаилә” үҙәктәре башҡара.
Йыйылған тауарҙар бер юлы ике һәм унан күберәк балалары тыуған, күп балалы ғаиләләргә таратыласаҡ.
Яҡындағы “Ғаилә” үҙәге адресын Башҡортостандың Ғаилә порталында белергә мөмкин, ә ҙур әйберҙе алып китеү өсөн ғаризаны 8-800-347-5000 телефоны аша ҡалдырырға була.
Иртәгә, 12 майҙа, “Файҙалы кәңәштәр марафоны” үткәреләсәк. Сара ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-347-5000 телефонына шылтыратып, психологтар менән төрлө темалар буйынса кәңәшләшә алаһығыҙ. Мәҫәлән, балаларға имтихан биргәндә нисек ярҙам итергә, ауыр үҫмерҙәр менән нисек мөнәсәбәт ҡорорға, уңайһыҙ темаларға нисек һөйләшергә, нисек балаға ата-әсәнең икенсе никахын ҡабул итергә ярҙамлашырға кеүек һәм башҡа бик күп ҡатмарлы һорауҙарға яуаптар алып буласаҡ.
13 майҙа “Файҙалы иртәнге аш” акцияһы башлана. Ул сәләмәт йәшәү рәүешенә ихтыяжды формалаштырыуға, дөрөҫ туҡланыуҙың ғаиләне һаҡлау һәм нығытыуҙағы роленә йүнәлтеләсәк. Табип-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина ғаиләһе менән тәмле һәм файҙалы иртәнге аш әҙерләп күрһәтәсәк. Был сарала һәр ғаилә ҡатнаша ала, бының өсөн иртәнге аш артында төшкән ғаилә фотоһын Instagramдағы шәхси битегеҙгә ҡуйығыҙ, #Семейныйзавтрак2021 хештегын өҫтәгеҙ, @dietolog_zulfiya аккаунтын билдәләгеҙ һәм бүләк оттороуҙа ҡатнашығыҙ.
14 майҙа райондарҙа “Хәүефһеҙ юл - бәхетле ғаилә” республика акцияһы үтә. Ул республиканың ЮХХДИ идаралығы менән берлектә ойошторола һәм юлдарҙа балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән.
15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә республика ғаиләләре социаль селтәрҙә үткәрелгән махсус бәйгелә ҡатнаша ала.
Бының өсөн ғаилә фотоһын Instagramда #Деньсемьи2021 хэштэгы менән урынлаштырыр кәрәк. Еңеүсе ғаиләләр Өфөләге ресторанға саҡырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Шулай уҡ был көндө барлыҡ ЗАГС бүлектәрендә “Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләндек” республика акцияһы үтәсәк. Йәштәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Ғаилә аҙнаһы 16 майҙа баш ҡаланың “АРТквадрат” майҙансығында квиз-уйын менән тамамланасаҡ. Бында ғаиләләр ҡыҙыҡлы уйындарҙа көс һынашасаҡ. Командалар һаны сикләнмәгән - ҡатнашығыҙ, отоғоҙ! Ғаилә байрамын күркәм һәм файҙалы итеп үткәрегеҙ!
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас