– Барлыҡ эшебеҙҙең маҡсаты ахыр сиктә бер үк нәмәгә барып тоташа: кешеләрҙең көнкүреш кимәле яҡшыра барырға тейеш, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы йыл башында социаль мәсьәләләр буйынса үткәрелгән видеоконференцияла. – Социаль йүнәлешле эшмәкәрлек күп яҡлы, әммә уларҙы барыһын да бер маҡсат – дәүләт структураларының беҙҙең граждандарҙы социаль яҡлау буйынса тырышлығы берләштерә.
Кәңәшмәлә башланғыс класс балаларын ҡайнар туҡландырыу, балалар баҡсаларында урындарҙы арттырыу, сирлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеү, ғаиләләргә пособиены ваҡытында түләү, пенсияға индексация һәм башҡа күп мәсьәләләр тикшерелде. Ҡыҫҡаһы, социаль проблемалар һәр заманда ла һәм һәр дәүләттә лә күп. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа улар нисек тормошҡа ашырыла?
Был бурысты заман үҙе йөкмәтте
Хәҙерге пандемия шарттарында тәүге һәм көндәлек иғтибар һәр урында һаулыҡ һаҡлау тармағына йүнәлтелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы күптән түгелге сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптарға, ошо афәткә ҡаршы көрәшергә ярҙам иткән барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм ирекмәндәргә ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә тиҙ үҙгәртеп ҡороуға өлгәштек, – тине ул республика Хөкүмәтенең былтырғы эш йомғаҡтарына арналған телмәрендә. – Үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүселәребеҙ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта заманса инфекция госпиталдәре ҡороп ҡуйҙы. Хәҙер был уникаль тәжрибәне башҡа төбәктәр әүҙем үҙләштерә. Былтыр башҡа мөһим объекттарҙы ла файҙаланыуға тапшырҙыҡ: Республика клиник онкология диспансерының яңы бинаһы, Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия бинаһы, Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана, 120 ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаториялары.
Хөкүмәттең бөгөнгө төп бурысы – илебеҙҙә тотошлай вакцина яһау. Республика етәксеһе барыһын да ошо эшкә әүҙем ҡушылырға, бөтә ҡала һәм райондарҙа был сарала яуаплылыҡ күрһәтергә саҡырҙы. “Һеҙ күп кенә илдәрҙә коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланғанын беләһегеҙ, ә вакцинация – пандемияны туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы”, – тине Радий Фәрит улы.
Федераль ҡаҙна ярҙам итте
Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да хеҙмәт баҙары үткән бер йыл эсендә ауыр һынауҙар аша үтте. Башҡортостандағы теркәлгән, йәғни рәсми эшһеҙлек кимәле алты процентҡа тиклем үҫте. Бындай шарттарҙа дәүләт власы органдары халыҡҡа мөмкин тиклем ҙурыраҡ ярҙам күрһәтергә тырышты. Республикабыҙҙа 209 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән балалы 79 мең ғаилә эшһеҙлек буйынса пособие алды. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән 70 меңдән артыҡ граждан яңы хеҙмәт урыны алыуға өлгәшкән. Әлеге ваҡытта Башҡортостандағы эшһеҙлек кимәле 4,2 процентҡа ҡәҙәр төшкән.
– Беҙ Рәсәй Президентының күрһәтмәләрен үтәргә – ошо йыл аҙағына хеҙмәт баҙарын тулыһынса аяҡҡа баҫтырырға – бурыслыбыҙ, – тине республика етәксеһе. – Хөкүмәттең был бурысты өҫтөнлөклө тип иҫәпләүен һорайым. Шуныһын да онотмайыҡ: беҙ был ауыр заманды федераль социаль ярҙам арҡаһында еңеп сыға алдыҡ. Беҙ ил Президенты Владимир Путинға федераль ҡаҙнанан ваҡытында һәм йоғонтоло ярҙам күрһәтелгәне өсөн рәхмәт тибеҙ. Әгәр ҙә 2019 йылда республиканың хеҙмәт һәм социаль яҡлау даирәһенә 24 миллиард һум самаһы йүнәлтелһә, былтыр ошо күрһәткес 42,5 миллиард һум тәшкил итте.
Билдәле булыуынса, федераль ҡануниәт ситтән тороп эшләү төшөнсәһен һәм ситтән тороп эшләүҙе көйләү буйынса хоҡуҡи акттар ҡабул иткәйне. Башҡортостанда ошолай эшләгәндәр һаны быйыл ғинуарҙа 46,7 кеше тәшкил итте. Махсус мониторинг уларҙың эш биреүсе менән мөнәсәбәттәре нисек булыуын күҙәтеп бара. Был мониторинг республиканың хеҙмәт баҙарындағы дөйөм хәлде “үлсәп” тора һәм федераль ҡаҙнанан яҡын киләсәктә ниндәй ярҙам көтөргә мөмкин булыуын билдәләй.
Иң шәфҡәтле башланғыстарҙың береһе
Бынан алдараҡ булған сарала – социаль мәсьәләләр буйынса үрҙәрәк әйтелгән видеоконференцияла ла – Башҡортостан Башлығы Рәсәй етәксеһенең мәктәп уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙәге ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйткәйне. Радий Хәбиров кескәй граждандарға ҡарата был сараны иң шәфҡәтле башланғыстарҙың береһе тип билдәләне.
Быға саҡлы республикала 22 мең самаһы сабый бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителһә, әлеге мәлдә уларҙың һаны 223 меңгә етте. Был эшкә Башҡортостанда алдан уҡ әҙерлек башланған, һәм ул уңышлы бара. Шулай уҡ көнэлгәре ата-әсәләр ҙә йәлеп ителгән. Балаһын нисек ашатыуҙарына бер кем дә битараф түгел, әлбиттә, шуға күрә туҡланыуҙы контролдә тотоу мөмкинлеге лә булдырылған. Электрон көндәлек аша меню билдәләргә лә була.
Әлбиттә, мәктәп ашханалары һәм аҙыҡ блоктары ремонт талап итә. Был эш республикала байтаҡтан алып барыла инде. Радий Фәрит улы мәктәптәге туҡланыу урындарын кафе рәүешендә үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә, йәғни балалар ашаған ер уңайлы ла, зауыҡ менән йыһазландырылған да булырға тейеш. Тәбиғи, был йүнәлештәге эш күләме ҙур.
Башҡортостанда ике меңдән ашыу мәктәп эшләй. Республикаға бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙең күп булыуы хас. Ә был хәлдең балаларҙы туҡландырыу эшен ҡатмарландыра төшөүе аңлашылалыр. Шулай ҙа эш уңышлы бара һәм, йәнә килеп, федераль ҡаҙнанан ярҙамдың тос булыуы ошо йүнәлештәге әүҙемлекте байтаҡҡа арттырҙы.
– Был йәһәттән ҡыҙыҡлы бер миҫал килтерергә лә була, – тине республика етәксеһе әлеге видеоконференциялағы сығышында. – Ике йыл элек беҙ мәктәп ашханаларына ҡайҙан һәм ниндәй ит килтерелеүе менән ҡыҙыҡһынғайныҡ. Башҡортостанда етештерелгән ит был күләмдең 13 проценты ғына булып сыҡты. Ә ситтән хатта буйвол ите лә, башҡа әллә ниндәй төрлөһө лә килтерелә икән. Хәҙерге мәлдә мәктәптәр алған иттең 90 проценты – үҙебеҙҙеке, ашханаларҙа туҡланыу сифаты ла яҡшырҙы. Ата-әсәләр ҡәнәғәт.
Балалар баҡсалары күбәйҙе
Үткән йыл Башҡортостан сираттағы рекорд ҡуйҙы: 25 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Ә унан алдағы йылда 23 ошондай объект төҙөлгәйне. Тимәк, уңғандарға пандемия ла ҡамасаулай алмай.
Бер ыңғай шәхси балалар баҡсаларына ла ярҙам күрһәтелгән. Мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар өсөн алты мең һумлыҡ сертификат тап шул маҡсатта булдырылған да инде. Сертификат баланы лицензияға эйә булған мәктәпкәсә йәштәге шәхси учреждениеға йөрөткәндә түләү өсөн кәрәк. Күренеүенсә, был алым ата-әсәнең мөмкинлектәрен дә арттыра, социаль яҡтан әһәмиәтле эшҡыуарлыҡҡа ла үҫеш мөмкинлеге бирә.
16 ҡала һәм район конкурста еңде
Былтыр республика Хөкүмәте ҡала һәм ауылдарҙағы тормоштоң сифатын яҡшыртыу һәм хәүефһеҙлеген арттырыу эшен дауам итте. Мәҫәлән, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан иң алдынғы төбәктәрҙең береһе булып танылды. Республика Хөкүмәте был эшкә федераль ярҙамды 7,6 миллиард һумғаса арттыра алған.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы раҫлауынса, пассажир ташыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса киң эш алып барыла. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының хәрәкәт составы паркы даими яңыртыла. Былтыр 1,3 миллиард һумға 245 яңы автобус алынған, уларҙың барыһы ла ҡала, ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға тапшырылған. Ә 2019–2020 йылдарҙа өс миллиард һумға 723 яңы автобус алғандар.
Авиапассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында былтыр “Өфө” халыҡ-ара аэропортының аэровокзал комплексын реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланған. Аэропорттың яңы терминалы ҡеүәттәрҙе йоғонтолораҡ файҙаланыу һәм үткәреү мөмкинлеген киңәйтеү форсатын бирә. Хәҙер аэропорт сәғәтенә 1200 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Артабан ике терминал берҙәм архитектура комплексы булып тоташасаҡ һәм сәғәтенә ике мең пассажирҙы хеҙмәтләндереп буласаҡ.
“Башҡорт ихаталары”, подъездарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу программалары ла, пандемия шарттарына ҡарамай, туҡтатылманы. Былтыр беҙҙең республиканың 16 ҡала һәм район үҙәгенең уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу буйынса проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты, быйыл тағы ла 14 муниципалитет ошо конкурста ҡатнашырға йыйына.
Һау булһындар, оҙаҡ йәшәһендәр
Быйылғы йыл, белеүебеҙсә, Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Оло йәштәгеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү, шул иҫәптән һаулыҡ торошо буйынса диспансерлаштырыу үткәреү, тәбиғи, был йылдан тыш та даими башҡарыла, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Исемле йылға өҫтәмә саралар планы ла ҡабул ителде, улар республика Башлығының октябрҙәге Указы менән раҫланды.
Сараларҙың төп йүнәлештәре – һаулыҡты нығытыу, уҡытыу, әүҙем ял формаларын үҫтереү, спорт һәм туризм менән шөғөлләнеү мөмкинлеге биреү, мәшғүллекте дәртләндереү. Күренеүенсә, йыл саралары республикала быға тиклем дә алып барылған социаль сәйәсәткә тап килә һәм уны әүҙемләштерергә булышлыҡ итәсәк.
Оло йәштәгеләр тигәндә, ҡарттар йорттарын ҡануни яҡтан тәртипкә һалыу, лицензиялау буйынса башланғыстар былтыр күп булды. Был тема Әбйәлил районындағы ҡарттар йортонда булған фажиғәнән һуң ҡырҡыуыраҡ төҫ тә алды. Шуны иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарттарҙы аҫрау буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ йорттарын мотлаҡ лицензиялау тураһындағы федераль закон проектын да тәҡдим иткәйне. Әммә Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советы был башланғысты яҡламаны.
– Был әлегә эштең башы ғына, ошо йәһәттән ҡануни башланғысты тағы тәҡдим итәсәкбеҙ, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Былтыр 30 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Шәфҡәтлелек шишмәһе” автономиялы коммерцияға ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү үҙәге араһында килешеү төҙөлгәйне, уға ярашлы, Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле һәм Табын ауылдарында ҡарттар һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған стационар хеҙмәтләндереү пансионаты асыла.
Был механизмдың үҙенсәлеге шунда: концессия килешеүҙәренә ярашлы, хеҙмәтләндергән ойошма тәүге этапта уҡ хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән, ярҙамһыҙ кешеләр йәшәгән бинаның торошо һәм башҡа күрһәткестәр буйынса талаптарҙы мотлаҡ үтәй. Беренсе сиратта был талаптар, әлбиттә, хеҙмәтләндереүҙең сифатына ҡағыла. Тикшереүселәр объектҡа тотҡарлыҡһыҙ үтә алырға тейеш. Ә ойошма үҙе дәүләттән субсидия аласаҡ, хеҙмәтләндергән персоналға сифатлы эш өсөн өҫтәмә түләү ҙә билдәләнә.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары:
– Пандемия арҡаһында ҙур зыян күргән хеҙмәт баҙарын йәнләндереү өсөн бөгөн айырым механизмды һәм мәшғүлдәр һанын ошо афәткә тиклемге кимәлгә еткереү өсөн тотош саралар комплексы талап ителә.
Был саралар төбәк кимәлендә лә, федераль кимәлдә лә планлаштырылған. Төп механизмдар – эшһеҙ граждандарҙы ойошмаларға урынлаштырыу өсөн субсидия биреү, эш эҙләгәндәрҙе һөнәргә уҡытыу йәки квалификацияһын үҙгәртеү. Бының өсөн эш биреүсе ойошмаларҙың ысын мохтажлығын күреп торорға тейешбеҙ, шуға күрә уларҙы белгестәргә мохтажлыҡ тураһындағы ғаризаларҙы республиканың мәшғүллек үҙәктәренә ебәреүҙе әүҙемләштерергә саҡырам. Механизм тулы көсөнә эшләп китһен өсөн, бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарға ла һәр деталде ентекләп ҡарап сығырға кәрәк, шул саҡта ғына ул йоғонтоло эшләп китәсәк. Төп платформа булып “Рәсәйҙәге эш” порталы хеҙмәт итәсәк.