Советтар Союзын донъяла иң күп уҡыған ил тип атайҙар ине. Китаптар ғәйәт ҙур тираж менән баҫылды. Ул замандағы метрола, поезда йәки автобуста китеп барған кешеләр төшкән фотола мотлаҡ бер нисә пассажир булһа ла ҡулында китап тотоп ултырыр ине. Хәҙер йорт китапханаларын ни эшләтергә лә белмәйҙәр... Күсенергә йәки ҙур ремонт эшләргә булһалар, китаптар хужаларына “ҡамасаулай”...
Былтыр Рәсәйҙә баҫма китап тиражы, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 19 процентҡа аҙыраҡ булды. Бигерәк тә нәфис әҙәбиәт баҫып сығарыу кәмей: былтыр ул бөтә сыҡҡан китаптарҙың 38 процентын ғына тәшкил итте.
Элекке замандарҙан айырмалы, хәҙер китап уҡып ултырған кешене һирәк осратаһың. Бигерәк тә нәфис әҙәбиәтте. Имтихан тапшырыу зарурлығы күпмелер кешене ҡулына дәреслек алырға мәжбүр итә, әлбиттә. Тик барыһы ла электрон форматҡа күсә барған заманда баҫма китаптарҙы ҡулланыусылар һирәгәйә бара.
– Әсәйем вафат булғас та, уның ҙур булмаған ике бүлмәле фатирын һатырға булдыҡ, – тип һөйләй бер танышым. – Беҙгә ипотека түләп бөтөргә кәрәк, иремде эшенән ҡыҫҡарттылар, ҡыҫҡаһы, аҡса кәрәк. Тик уның китаптарын ҡайҙа итергә? Улар бер нисә меңләп йыйылғайны. Букинистик әһәмиәте бар тип уйлаған 50-ләп китапты алып ҡалдым, ҡалғанына минең бер бүлмәле фатирҙа урын юҡ. Тәүҙә, әлбиттә, интернетҡа иғлан биреп ҡараным, “бушлай бирәм”, тип. Тик унда ошондай иғландар йөҙҙәрсә икән. Иҫке мебелде үтә арзан хаҡҡа булһа ла һатырға мөмкин, ә китаптарҙы бушлай ҙа алмайҙар. Йөҙгә яҡын китапты подъезда беренсе ҡаттағы тәҙрә төбөнә һалдым, бәлки, алырҙар тип. Тик улар шул көйө ята. Подъезд ишегенә иғлан элдем, әммә бер кем дә ҡыҙыҡһынып килмәне. Ахырҙа сүп контейнерына ташыным, сөнки фатирҙы ла тиҙерәк бушатырға кәрәк бит. Үҙем илайым, бала сағымды сүплеккә ырғытҡан кеүек булды.
Икенсе бер танышым шулай уҡ күп йыйылған китаптарын китапханаларға, букинистика кибеттәренә тәҡдим итеп ҡараған. Тик ул да уңышҡа өлгәшә алмаған. Бер кибет хужаһы: “Баҫылғанына илле йылдан ашыу үткән һәм тышы һәйбәт һаҡланған китаптарҙы ғына алабыҙ”, тигән. Хаҡы ла тиндәр генә инде. Пандемия осоронда, халыҡтың буш ваҡыты күбәйгәс, китап та уҡырҙар тип көткәйнеләр, әммә ул һиҙелерлек булманы.
Кемдәрҙер хәтерләйҙер, моғайын: уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында китап алырға сиратҡа яҙылалар ине. Бигерәк тә халыҡ-ара абруйлы авторҙың бер нисә томдан торған йыйынтығына. Тик талон алыр өсөн... 20-25 килограмм макулатура тапшырыу талап ителде. Хәҙер китаптарыңды макулатура итеп тапшырам тиһәң, уның килоһын 80-10 һум самаһына алалар. Ҡайһы бер ҡалаларҙа дизайнерҙар сағыу тышлыҡтағы китаптарҙы һатып ала, тиҙәр, улар был биҙәкле ҡатырға тышлыҡты декор урынына файҙалана.