Социаль мәсьәлә
11 Май 2021, 07:04

Төп килем – эш хаҡы

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау мәғлүмәттәренән күренеүенсә, эш хаҡы республика халҡының төп килем сығанағы булыуын дауам итә. 2010 – 2020 йылдарҙағы осорҙа уның уртаса кимәле 2,4 тапҡырға – 16378 һумдан 38706 һумға саҡлы – артҡан.

Ә 2019 йыл менән сағыштырғанда, былтыр ул 5,3 процентҡа үҫкән, был Рәсәй буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан 0,7 процентҡа түбәнерәк.

Былтыр түбәндәге тармаҡтарҙа эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ булды:

– Һаулыҡ һаҡлауҙа һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендә – 16,1 процентҡа;

– башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтеүҙә – 9,6 процентҡа;

– урман, ауыл хужа­лығында, һунарсылыҡта, балыҡсылыҡта – 7,4 процентҡа;

– күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, автомобиль ремонтлауҙа – 5,9 процентҡа;

– финанс һәм страховка өлкәһендә – 5,8 процентҡа.
Хеҙмәт хаҡы буйынса алда барған тармаҡтар:

– ҡаҙылма байлыҡ сығарыу – 64602,5 һум йәки уртаса республика кимәленә ҡарата 166,9 процент;

– фәнни-техник даирә – 55492,8 һум йәки уртаса республика кимәленә ҡарата 143,4 процент;

– дәүләт идараһы һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, социаль тәьминәт – 48611 һум йәки уртаса республика кимәленә ҡарата 125,6 процент.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы 1 ғинуарға ҡарата кисектерелгән эш хаҡы 46,4 миллион һум тәшкил иткән.
Читайте нас