Социаль мәсьәлә
12 Май 2021, 12:30

Стәрлетамаҡтағы үҙәк юғары баһаға лайыҡ булды

Бүләкләү тантанаһы V Санкт-Петербург халыҡ-ара хеҙмәт форумы нигеҙендә үтте.

Стәрлетамаҡтағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге “2019 – 2020 йылдарҙа халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен модернизациялау лидеры” булараҡ билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы V Санкт-Петербург халыҡ-ара хеҙмәт форумы нигеҙендә ойошторолдо.
Баһалама комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, Стәрлетамаҡта урынлашҡан Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге Башҡортостандағы тәүге “пилот” модель үҙәге булды. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү өсөн мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙарының һөҙөмтәлелеген арттырыу” төбәк проектына ярашлы, бында хеҙмәттең атамаһынан алып башҡарған бурыстарына тиклем бөтә нимә үҙгәртелде. Яңыртылған үҙәк хәҙер “Рәсәй эше” тигән бренд аҫтында эшләй. Унда халыҡҡа ла, белгестәргә лә уңайлы шарттар тыуҙырылған.
– Ҡағиҙә булараҡ, клиенттарҙы тормоштағы хәл-шарттар мәшғүллек хеҙмәтенә килергә мәжбүр итә. Хеҙмәт күрһәткәндә тап ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. “Бизнес-хәл” принцибы буйынса ошондай хеҙмәттә комплексы күрһәтелә, – ти Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Сергей Щипакин.
Системаға ике бизнес-хәл индерелде һәм һыналды. Улар – “Бәләкәй предприятие асыу”, “Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең кадрҙары күпләп киткән ойошмалар менән үҙ-ара эшмәкәрлеге” һәм “Йәш белгестәр”, “Балалы ҡатындар”. Хәҙер мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән кеше һәм эш биреүсе комплекслы хеҙмәттәр йыйылмаһына эйә була ала.
Фото: resbash.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас