Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты менән 2020 йылда Башҡортостан Башлығы гранттарына өсөнсө конкурс еңеүсеһе тип табылғайны.
Проектҡа ярашлы, ассоциация күп балалы ғаиләләр өсөн төрлө саралар үткәрҙе. “Ғаилә кадрҙа” конкурсында 38 муниципалитеттан 104 ғаилә үҙ кәсебе тураһында видеояҙмалар тәҡдим итте. Улар араһында умартасылыҡ, ағас эшкәртеү, ҡымыҙ эшләү, фудфлористика һәм башҡалар бар ине. Шулай уҡ Нуриман районы буйлап конкурс еңеүселәре өсөн сәйәхәт ойошторолдо. Унда Өфөнән Ватолиндар һәм Хәйбулла районынан Солтановтар барҙы. Сәйәхәттең һәр этабын төшөрөү төркөмө теркәне, ғаиләләр ярышты, һыу буйлап сәйәхәт итте, экскурсиларға барҙы. Һөҙөмтәлә “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тип аталған тулы метражлы фильм булдырылған.
Проекттың иң сағыу ваҡиғаһы булып “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” күп балалы ғаиләләр фестивале торасаҡ. Ул 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, 11.00 сәғәттә ВДНХ-ЭКСПО-ла үтәсәк.
Фестивалдә түбәндәге майҙансыҡтар эшләйәсәк:
- “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашҡан ғаиләләрҙең һәм республиканың иң яҡшы милли кәсептәр оҫталарының презентациялары һәм оҫталыҡ дәрестәре;
- “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” фильмының исем туйы;
- “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашып еңгәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы;
- “Күп балалы ғаиләләрҙең именлеген нығытыу шарттары” тигән "түңәрәк өҫтәл";
- күп балалы ғаиләләр өсөн консультациялар;
- милли ризыҡ төрҙәрен ашап ҡарау һәм сәй эсеү;
“Ғаилә ҡиммәттәре” фестиваленең күп йыллыҡ тарихы бар. 2021 йылдан алып унда йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Темалар үҙгәреп тора: “Ғаилә кадрҙа”, “Ихатала байрам ойошторайыҡ” һәм башҡалар. Быйыл сара “Мауығыусан күп балалы ғаилә – уңышлы күп балалы ғаилә” тигән девиз аҫтында үтәсәк.