Бөгөн, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, баш ҡалала ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре – 2021” фестивале үтә.
Фестиваль 2012 йылдан алып үткәрелә, йыл һайын аныҡ бер темаға арнала. Ошо ваҡыт арауығында унда йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Быйыл да улар өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған: төрлө презентациялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр.
Шулай ҙа сараның иң сағыу өлөшө тип “Кадрҙа – ғаилә” конкурсының ҡатнашыусыларын һәм еңеүселәрен билдәләү булғандыр.
Был бәйгенең ойоштороусылары – Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы.
Былтыр уларҙың “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты Башҡортостан Башлығы гранттарына өсөнсө конкурс еңеүсеһе тип табылған. Проект сиктәрендә республиканың күп балалы ғаиләләре өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған.
“Кадрҙа – ғаилә” конкурсы ла ошо проект сиктәрендә, Граждандар йәмәғәтенә булышлыҡ итеү фонды, Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Нуриман районы хакимиәте һәм проект партнерҙары ярҙамында үткәрелгән.
Конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың 38 ҡала округынан һәм муниципаль райондарынан 105 ғариза ҡабул ителгән.
Күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә кәсебе тураһында видеояҙмалар әҙерләгән. Һис шикһеҙ, был ижади эш ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ғаилә ағзаларының ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Күп балалы ғаиләләр араһында, ысынлап та, уңған, булдыҡлы кешеләр бихисап: бәйгелә ҡатнашыусылар икмәк бешереү, ағас эшен башҡарыу, умартасылыҡ, йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ эшләү, үлән йыйып эшкәртеү һәм башҡа шөғөлдәрен күрһәткән.
Һөҙөмтәлә, бәйгелә баш ҡалала йәшәүсе Ватолиндар (боланут үләнен йыйып эшкәртәләр), Хәйбулла районынан Солтановтар (умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр) еңеп сыҡҡан.
Конкурс жюриһы уларҙың ихласлығын, асыҡлығын, конкурс эшенең йөкмәткелелеген һәм положениеға ярашлылылығын баһалаған.
Әйткәндәй, еңеүселәр өсөн үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгәндәр: улар Нуриман районы буйлап тематик сәйәхәттә булған, төбәк кәсепселәренең оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади һәм спорт ярыштарында ҡатнашҡан, Павловка һыуһаҡлағысын барып күргән.
Сарала Ватолиндар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге тейҙе.
Анастасия һәм Александр Өфөлә тыуып үҫкән. Береһе һөнәре буйынса инженер конструктор, икенсеһе - төҙөүсе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ватолиндар тәбиғәткә ғашиҡ. Өс балаһын да улар татыу, ижади, эшлекле мөхиттә тәрбиәләй.
Ватолиндар бер нисә йыл элек боланут үләне йыйып эшкәртеүгә тотонған. Алты йыл эсендә улар үләндән сифатлы сәй эшләргә, уға ҡатнашмалар өҫтәргә өйрәнгән. "Саша и Настя" тип аталған бренд булдырғандар, боланут сәй етештереү өсөн шарттар яраҡлаштырғандар.
- Яҙ аҙағында, йәй башында беҙ республика буйлап сәйәхәткә сығабыҙ, балаларҙы ла алабыҙ. Төрлө үләндәр йыйыу өсөн был - иң уңайлы осор.
"Кадрҙа - ғаилә" конкурсында ҡатнашыу иһә беҙгә республиканың бик күп һәләтле, булдыҡлы күп балалы ғаиләләре менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтте, яңы идеялар өҫтәне, - ти Анастасия Ватолина.
Әйткәндәй, ғаиләләрҙең сәйәхәтенең һәр мәлен профессиональ видео төшөрөүселәр төркөмө теркәй барған. “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тип аталған фильм тап шуның һөҙөмтәһе булып тора: бөгөнгө фестивалдә уның исем туйы уҙғарылды.
Тиҙҙән был үҙенсәлекле картина менән республика тамашасылар ҙа таныша аласаҡ, сөнки уны телеканалдарҙа ғына түгел, ә республиканың Ғаилә порталында ла ҡарап буласаҡ.
Автор фотолары.