Бөгөн, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, баш ҡалала үткән ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре – 2021” фестивале ҡатнашыусылары араһында Хәйбулла районынан килгән Солтановтар ҙа бар ине.
Улар – былтыр республикала ойошторолған “Кадрҙа – ғаилә” конкурсының еңеүселәре иҫәбендә. Аҡъяр ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әлфиә Илшат ҡыҙы һәм Ринат Рәшит улы икеһе лә тыумышы менән Йылайыр районынан, педагогия йүнәлеше буйынса белем алғас, Хәйбулла районы үҙәгендә төпләнгәндәр. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы Аҡъяр тау колледжында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, ә Әлфиә Илшат ҡыҙы урындағы “Ғаилә” хеҙмәтендә эшләй. Улар ун, туғыҙ һәм ике йәшлек өс бала тәрбиәләй.
Әлфиә ханым әйтеүенсә, уның тормош иптәше 12 йәшендә үк умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһына башлаған. Баланың ысын күңелдән бал ҡорттарын үҙ иткәнен күреп, әсәһе уға ике умарта бүләк иткән.
- Ошонан башлап 17 йыл ул умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мин дә ылығып киттем. Ҙур йорт һалып сыҡтыҡ, бал ҡорттарын тәрбиәләү йәшәү рәүешенә әүерелде. Балаларҙы ла был эшкә ылыҡтырабыҙ, төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, агрессив булмаған, саҡмаған бал ҡорттарын алып ҡыуандыҡ.
“Кадрҙа - ғаилә” конкурсында ҡатнашыу беҙгә ҙур этәргес булды. Донъя күрҙек, үҙебеҙ ише ғаиләләр менән таныштыҡ. Умартасылыҡ шөғөлө бик тә күңелебеҙгә ята, сөнки, беренсенән, бал файҙалы, икенсенән, килем дә алып була.
Күп балалы ғаилә тип әйтһәләр ҙә, мин был билдәләмә менән ризалашмайым: лайыҡлы йәшәһәң, тырышһаң, был һис тә күп тә, артыҡ түгел, ғаилә бөтөн булһын тиһәң, унда кәмендә өс бала булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, Ринат ғаиләлә бер үҙе үҫкән, ә мин биш бала араһында тәрбиәләндем. Икебеҙҙе лә берләштергән һыҙат – лайыҡлы, маҡсатлы балалар тәрбиәләү. Умартасылыҡҡа килгәндә, ғаилә кәсебен артабан үҫтереп, республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге баҙарға сығырға хыялланабыҙ, - ти Әлфиә Илшат ҡыҙы.
Мәғлүм булыуынса, фестиваль 2012 йылдан алып үткәрелә, йыл һайын аныҡ бер темаға арнала. Ошо ваҡыт арауығында унда йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Быйыл да улар өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар ойошторолғайны: төрлө презентациялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр.
“Кадрҙа – ғаилә” конкурсын иһә Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы ойошторған. Былтыр уларҙың “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты Башҡортостан Башлығы гранттарына өсөнсө конкурс еңеүсеһе тип табылған. Проект сиктәрендә республиканың күп балалы ғаиләләре өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар үткәрелгән.
“Кадрҙа – ғаилә” конкурсы ла ошо проект сиктәрендә, Граждандар йәмәғәтенә булышлыҡ итеү фонды, Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Нуриман районы хакимиәте һәм проект партнерҙары ярҙамында уҙғарылған.
Һис шикһеҙ, был сара күп балалы ғаиләләрҙең ижади һәм эшлекле ҡеүәтен күтәреүгә, һәләттәрен үҫтерегә булышлыҡ итә, лайыҡлы тормошта йәшәү һәм эшләү өсөн этәргес булып тора.