17 – 22 майҙа Халыҡ сәләмәтлеге көндәре үткәрелә.
Был сараны республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында Республика кардиология үҙәге ойоштора.
Был көндәрҙә Республика кардиология үҙәге биләмәһендә кардиологтар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, туҡланыу, йәшәү рәүеше хаҡында һөйләйәсәк, һорауҙарға яуап бирәсәк.
17 майҙа “Динамо” стадионында табиптар һәм йөрәк трансплантациянан һуң булған пациенттар командалары араһында футбол матчы була.
18 майҙа “STOP инсульт” сараһы ойошторола. Лекцияларҙы Мәскәүҙәге А.И. Евдокимов исемендәге дәүләт медицина һәм стоматология университетының поликлиника терапияһы кафедраһы профессоры Руслан Линчак һәм Н.И. Пирогов исемендәге Милли медицина һәм хирургия үҙәгенең нейрохирургия курсы булған неврология кафедраһы мөдире Олег Виноградов уҡыясаҡ.
20 майҙа онлайн режимында “Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен кәметеү стратегияһы: пациентты нисек ҡотҡарырға” ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.
21 майҙа кардиология үҙәге ике акция – “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” байрамын һәм “Кардиодесант” сараһын – ойоштора.
22 майҙа Кардиология үҙәге поликлиникаһы эшләп йөрөгән халыҡ өсөн ишектәрен асасаҡ. Был көндө электрокардиограмма эшләтеп буласаҡ.