Халыҡ-ара ғаилә көнөндә баш ҡалала үткән ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале ҡатнашыусылары араһында Күгәрсен районынан килгән Мәжитовтар ҙа бар ине. Улар – былтыр республикала ойошторолған “Кадрҙа – ғаилә” конкурсы ҡатнашыусылары иҫәбендә.
Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы һәм Дамир Әмир улы өс ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы – алтын ҡуллы кеше, Мораҡтағы 1-се мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡыта, ағастан һәм тимерҙән иретеп йәбештереп төрлө йыһаздар, донъя кәрәк-ярағы эшләй. Ҡатыны әйтеүенсә, бик теләгәндә, Дамир Мәжитов шәхси эшҡыуар ҙа була алыр һәм йыһаз етештереү менән шөғөлләнер ине.
Әммә ул мәктәптә уның дәрестәренә ихлас йөрөгән уҡыусыларын уйлай: улар араһында атай тәрбиәһе күрмәгән балалар ҙа бар, уларға эш рәтен ул булмаһа кем өйрәтһен? Шуға ла күңеле мәктәптә, балалар янында булған педагог яратҡан шөғөлдәренә буш ваҡытын бағышлай.
Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы урындағы балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Мәжитовтарҙың өс ҡыҙы бар: Алһыу, Дилбәр, Диләрә. Иң ҙурына – 14, уртансыһына – 10, бәләкәйенә 6 йәш.
– Беҙ райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ, йәрминкәләрҙә тауарҙарыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Үҙ тырышлығыбыҙ менән йорт һалып сыҡтыҡ, ундағы барлыҡ йыһаз-ҡорамалдарҙы Дамир үҙ ҡулдары менән эшләне. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ағас эшенә ылыҡтырабыҙ: улар ир-егеттәр һөнәре тип тормай, таҡта ла ырып эшләргә, йышырға өйрәнделәр. Ағастан эшләнгән һауыт-һабаны өйҙә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ: был матур ҙа, экологик йәһәттән дә хәүефһеҙ.
Мәжитовтар – рухлы, берҙәм ғаилә. Бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булғанға эштәре ырай, тормоштары ла уңыштарҙан тора.