Рәсәйҙә Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙәре ихтимал.
Бала тыуғандан һуң уҡ йортто үҙаллы төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, лицензиялы шәхси эшҡыуарҙарҙан мәғариф хеҙмәте алыу өсөн Әсәлек капиталын файҙаланыуҙы Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова тәҡдим иткән. Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә.
Баҫмала яҙылыуынса, вице-премьер Татьяна Голикова Президентҡа ике йүнәлеш – ғаиләләргә бала тыуғандан һуң ыңғай (хәҙер был балаға өс йәш тулғас ҡына мөмкин) Әсәлек капиталы аҡсаһын үҙаллы өй төҙөлөшөнә һәм шәхси йорттарын үҙгәртеп ҡороуға, лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарға мәғариф хеҙмәттәре өсөн түләүгә файҙаланыу мөмкинлектәрен булдырыу башланғысы менән менән мөрәжәғәт итте.