Социаль мәсьәлә
18 Май 2021, 05:39

Ҡеүәт өҫтәне, этәргес бирҙе

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә баш ҡалала ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале үтте.

Фестиваль 2012 йылдан алып уҙғарыла, йыл һайын аныҡ бер темаға арнала. Ошо ваҡыт арауығында унда йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Быйыл да улар өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған: төрлө презентацияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа теләп ҡатнашты. Шулай ҙа сараның иң сағыу өлөшө тип “Кадрҙа – ғаилә” конкурсының ҡатнашыусыларын һәм еңеүселәрен билдәләү булғандыр.


Ҡалала тыуып үҫһәләр ҙә


Бәйгенең ойоштороусылары – Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы. Былтыр уларҙың “Ҙур ғаиләнең – ҙур сәйәхәте” проекты Башҡортостан Башлығы гранттарына өсөнсө конкурс еңеүсеһе тип табылған. Проект сиктәрендә республиканың күп балалы ғаиләләре өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған. “Кадрҙа – ғаилә” конкурсы ла ошо проект сиктәрендә, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Нуриман районы хакимиәте һәм проект партнерҙары ярҙамында үткәрелгән. Конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың 38 ҡала округынан һәм муниципаль райо­нынан 105 ғариза ҡабул ителгән. Күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә кәсебе тураһында видеояҙмалар әҙерләгән.


Һис шикһеҙ, был ижади эш ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ғаилә ағзаларының ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Күп балалы ғаиләләр араһында, ысынлап та, уңған, булдыҡлы кешеләр бихисап: бәйгелә ҡатнашыусылар араһында икмәк бешереү, ағас эшен башҡарыу, умартасылыҡ, йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ эшләү, үлән йыйып эшкәртеү һәм башҡа шөғөлдәрҙе үҙ итеүселәр, ошо өлкәлә бихисап уңыштарға өлгәшеү­селәр бар. Һөҙөмтәлә бәйгелә баш ҡалала йәшәгән Ватолиндар (боланут үләнен йыйып эшкәртәләр), Хәйбулла районынан Солтановтар (умарта­сылыҡ менән шөғөлләнәләр) еңеп сыҡҡан. Конкурс жюриһы уларҙың ихласлығын, асыҡлығын, конкурс эшенең йөкмәткелелеген баһалаған. Әйткәндәй, еңеүселәр өсөн үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгәндәр: улар Нуриман районы буйлап тематик сәйәхәттә булған, төбәк кәсепсе­ләренең оҫталыҡ дәрестә­рендә, ижади һәм спорт ярыштарында ҡатнашҡан, Павловка һыу һаҡлағысын барып күргән.


Әйткәндәй, сарала Ватолиндар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге тейҙе. Анастасия һәм Александр Өфөлә тыуып үҫкән. Береһе һөнәре буйынса инженер-конструктор булһа, икенсеһе – төҙөүсе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ватолиндар тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә ғашиҡ. Өс балаһын да улар татыу, ижади, эшлекле мөхиттә тәрбиәләй. Ватолиндар бер нисә йыл элек боланут үләне йыйып эшкәртеүгә тотонған. Алты йыл эсендә улар үләндән сифатлы сәй эшләргә, уға ҡатнашмалар өҫтәргә өйрәнгән. “Саша и Настя” тип аталған бренд булдырғандар, боланут сәйе етештереү өсөн фатирҙарында шарттар яраҡлаштырғандар.


Ҡеүәт өҫтәне, этәргес бирҙе


Әйткәндәй, сарала Ватолиндар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге тейҙе. Анастасия һәм Александр Өфөлә тыуып үҫкән. Береһе һөнәре буйынса инженер конструктор булһа, икенсеһе – төҙөүсе. Шуға ҡарамаҫтан, Ватолиндар тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә ғашиҡ. Өс балаһын да улар татыу, ижади, эшлекле мөхиттә тәрбиәләй. Ватолиндар бер нисә йыл элек боланут үләне йыйып эшкәртеүгә тотонған. Алты йыл эсендә улар үләндән сифатлы сәй эшләргә, уға ҡатнашмалар өҫтәргә өйрәнгән. “Саша и Настя” тип аталған бренд булдырғандар, боланут сәйе етештереү өсөн фатирҙарында шарттар яраҡлаштырғандар.
– Яҙ аҙағында, йәй башында беҙ республика буйлап сәйәхәткә сығабыҙ, балаларҙы ла алабыҙ. Төрлө үләндәр йыйыу өсөн был – иң уңайлы осор. “Кадрҙа – ғаилә” конкурсында ҡатнашыу иһә беҙгә республиканың һәләтле, булдыҡлы күп балалы ғаиләләре менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтте, яңы идеялар өҫтәне, – ти Анастасия Ватолина. Әйткәндәй, ғаилә сәйәхәтенең һәр мәлен профессиональ видео төшөрөүселәр төркөмө теркәй барған. “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тип аталған фильм тап шуның һөҙөмтәһе: бөгөнгө фестивалдә уның исем туйы уҙғарылды. Тиҙҙән был үҙенсәлекле картина менән республика тамашасылары ла таныша аласаҡ, сөнки уны телеканалдарҙа ғына түгел, ә республиканың Ғаилә порталында ла ҡарап буласаҡ.
Ғөмүмән, фестивалдә республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән булдыҡлы, берҙәм, һәләтле ғаиләләр күп ине. Бәғзеләре 7, 9, 10 бала тәрбиәләй, улар менән бергә ғаилә ансамблдәре ойошторорға ла, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Һис шикһеҙ, был фестиваль дә күп балалы ғаиләләрҙең ижади һәм эшлекле ҡеүәтен күтәреүгә, һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндер, лайыҡлы тормошта йәшәү һәм эшләү өсөн этәргес булып торғандыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас