Бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ академияһы ойошторған ҙур сара үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Мәрхәмәтлек проектының авторы Каринэ Хәбирова сара барышында журналистар менән осрашып, беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.
– Беҙ бөгөн ойоштороусылар булараҡ, көслө тулҡынланыу кисерәбеҙ: сараның форматы бик ҙур, ҡатнашыусылар күп, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар бар. Беҙҙең команда “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә барыһына ла уңайлы һәм яҡшы булһын өсөн бөтәһен дә эшләй.
Әлбиттә, ойоштороу йәһәтенән райондарҙағы сараларға ҡарағанда саҡ ҡына ауырыраҡ булды, сөнки, нисек кенә булмаһын, ҡалала йәшәүселәрҙең мәғлүмәт алыу, уҡыу, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйен хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлектәре киңерәк. Шулай ҙа беҙ сарабыҙға һәр ваҡыт яңы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы яңылыҡтар һәм проекттар өҫтәргә тырышабыҙ.
Әлеге ваҡытта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”н төрлө төбәктәрҙә үткәреүгә бәйле бихисап һорау-теләктәр бар. Әгәр проект кешеләргә кәрәк, ҡыҙыҡлы икән, ул йәшәргә, дауам ителергә тейеш. Хатта Мәскәүҙә үткәреүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Килеп сығырмы-юҡмы, әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә тырышасаҡбыҙ, - тине Каринэ Владимировна журналистар менән осрашыу барышында.
Фото: “Башинформ” агентлығы.