Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Май 2021, 08:45

Ярҙамға мохтаждарҙы дәүләт үҙ ҡосағына ала

Башҡортостанда былтыр дәүләт ярҙамына 11 960 бала иҫәп тотҡан. 2019 йылда ярҙамға мохтаждар күберәк булған

Белгестәр Рәсәй төбәктәре средстволары иҫәбенә социаль ярҙам алыуға хоҡуҡлы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың һанын иҫәпләне. Башстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә 2020 йылда бындай балалар һаны 475 741-гә еткән.
Башҡортостанда былтыр дәүләт ярҙамына 11 960 бала иҫәп тотҡан. 2019 йылда ярҙамға мохтаждар күберәк булған – бөтәһе 13 501. Әгәр күрше Татарстан менән сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр дәүләт ярҙамына ни бары 7 606 бала дәғүә иткән. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың иң күбеһе Пермь крайында – барлығы 12 096. Ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың гражданлыҡ, конституция һәм башҡа хоҡуҡтары боҙолмаһын өсөн дәүләт уларҙы үҙ яҡлауына ала. Закон нигеҙендә балаларға етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм статусы бирелә. Был категориялар бер-береһенән айырылһа ла, хоҡуҡтары һәм льготалары берҙәй.
Фото: UfacityNews.ru
Читайте нас: