Социаль мәсьәлә
21 Май 2021, 07:28

Бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайҙар

Бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған бер төркөм граждандарға автомобилдәр тапшырылды.

Ләйлә Ғәйнуллина – ҡояштай балҡып торған алсаҡ, ихлас ҡатын. Тик уның ҡултыҡ таяҡтарына таянып хәрәкәт иткәнен күргәс, күңелде ниндәйҙер әсендергес тойғо телеп үтә: шундай хәлдә лә тормошто ярата белеү – көслө рух билдәһе ул.


Дәүләт хәстәре


...Бәлә көтмәгәндә килә. 1987 йылда мәктәпте тамамлағас, Ләйлә Ҡарлыман шәкәр заводына ваҡытлыса эшкә урынлаша. Юғары уҡыу йортона имтихандар тапшырырға ваҡыт бар – ниңә аҡса эшләп алмаҫҡа? Йәй, йәшлек, ҙур пландар – тормош бар сағыулығында балҡыған кеүек. Тик Ләйләнең әсәһе нимәгәлер борсола башлай, бына-бына ҡыҙы менән ниндәйҙер бәлә булыр кеүек тойола уға. Әсә йөрәгенең һиҙемләүе бушҡа булмай, әммә бәләнән һаҡлап ҡала алмай ул ҡәҙерле балаһын. Ғәмәлдә барыһына ла аяуһыҙ осраҡлыҡ ғәйепле.
Шәкәр етештереүҙә тоҙ ҡулланылғанын белә инегеҙме? Баҡһаң, унһыҙ булмай икән. “Беҙ заводта вагондар менән ташылған ҙур күләмдәге тоҙҙан ҡатнашма яһай инек. Тоҙ өйөмдәре ифрат ҙур, һыу менән йыуылған урындарында бушлыҡтар барлыҡҡа килә. Бер ваҡыт, шлангты төҙәтергә тип, шул өйөм аҫтындағы ҡыуышлыҡҡа баҫыуым булды, ул ишелә башланы, ауыр масса миңә ауҙы. Артабан бер нимә лә иҫләмәйем”, – тип һөйләй Ләйлә ханым.
Уны тиҙ арала вертолет менән Өфөгә оҙатҡандар, умыртҡа һөйә­ге­нең һыныуын асыҡлағандар. Оҙайлы дауаланғандан һуң, дүрт ай тигәндә, ҡыҙ аяҡҡа баҫыуын-баҫҡан, тик артабан ғүмер буйы таяҡ­ҡа таянып йөрөргә тура килгән. Егерме йыл үткәс, был фажиғә үҙен тағы һиҙҙертә башлаған, умырт­ҡа һөйәгендә кире үҙгә­рештәр башланған. Унан Ләйлә ханым ҡултыҡ таяғына күсергә мәжбүр булған, әле ҡайһы саҡта коляскала хәрәкәт итә.
Производствола хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бына ошондай аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. ”Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында аяныслы хәл килеп сыҡты”, – тип көрһөнә ул.
Ошо йылдарҙа ҡатын даими дәүләт хәстәрен тойоп йәшәй. Эргәһендә яҡындары, дуҫтары күп, күңеле бөтөн, тормошо яйлы уның. Күптән түгел Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов тап Ләйлә Ғәйнуллина ише эш урынында йәрәхәтләнгәндәргә еңел авто­мобиль асҡыстарын тап­шырҙы. Улар араһында Ләйлә ханым – берҙән-бер гүзәл зат. Машинаға идара итергә ул күптән өйрәнгән, уның хәлендә тормош мәшәҡәттәрен теүәлләү өсөн башҡаса булмай ҙа. Был юлы уға икенсе тапҡыр “Lada Granta” автомобилен бирҙеләр, тимәк, магазин-баҙарға, рухташтары янына мәсеткә, төрлө сараларға елдереп кенә барып етәсәк.
Автомобилдәргә килгәндә, Марат Латипов, дөйөм алғанда, был көндө производстволағы бәхетһеҙ­лек осрағында һәм һөнәри сирҙән зыян күргән кешеләргә һигеҙ “Lada Granta” автомобиле асҡысын тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, сара бер аҙ моңһоу ҙа, тулҡынландырғыс та булды. Осраҡлы фажиғәләр арҡаһында яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған кешеләр матди ярҙамдан бигерәк йылы һүҙгә, иғтибарға мохтаж. Оҙаҡ йылдар социаль өлкәлә эшләгән тәжрибәле етәксе Марат Мөьмин улы быны яҡшы аңлай, шуға ла тантана һәр саҡ йылы, ихлас мөхиттә үтә. Ғөмүмән, кешеләр менән шәхсән аралашыу, хәл-әхүәлдәрен һорашыу кәйефте күтәрә, дәрт-дарман өҫтәй бит ул.


Статистика аяуһыҙ


Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһендә производстволағы бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сирҙәрҙән страховкалау буйынса меңәрләгән кеше иҫәптә тора һәм дәүләт ярҙамын ала.
Был эш 1998 йылдың 24 июлен­дә ҡабул ителгән “Производ­ство­лағы бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау тураһында” 125-се федераль закон нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, автотранспорт реабилитациялау программаһы буйынса страховка аҡсаһы алған, транспорт сараһы бүлеү өсөн медицина күрһәт­кестәре булған, еңел автомобилгә идара итеүгә сикләү билдәләнмәгән кешеләргә бирелә.
Дәүләт гарантиялаған ошо социаль страховка төрөнә рәсми хеҙмәт килешеүе төҙөгән һәм эшләп йөрөгән һәр граждан иҫәп тота ала. Автомобилдәр гражданға шәхси милек булараҡ бушлай тапшырыла. Һәр транспорт сараһы бүләкләнеүсенең һаулыҡ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып йыһазландырыла.
Хәйер, транспорт сараһы менән тәьмин итеү – производствола зыян күргән кешеләрҙе хәстәрләүҙең бер төрө генә. Үрҙә телгә алынған за­кон­ға ярашлы, Рәсәй Социаль страховка фонды эштә сәләмәтлеге ҡаҡ­шаған, страховкаланған граж­дан­дарға медицина, социаль һәм профессиональ реабилитациялау буйынса өҫтәмә сығымдарын ҡаплай. Мәҫәлән, һүҙ бәхетһеҙ осраҡтан һуң ҡиммәтле дауаланыу, реабилитацияның техник саралары менән тәьмин итеү, дарыуҙар өсөн, шифахана-курорт дауаланыуы, уның осоронда өҫтәмә отпуск һәм дауаланыу урынына барғандағы юл сығымдарын ҡаплау, икенсе һөнәргә уҡытыу һәм башҡа бик күп ғәмәлдәр хаҡында бара. Унан тыш, Фонд бер тапҡыр һәм ай һайын бирелә торған, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы өсөн түләүҙәрҙе лә тормошҡа ашыра.
Был юлы автомобиль алырға килгән һигеҙ кешенең етәүһе – ир-ат. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика аяуһыҙ: күпселек осраҡта тап көслө зат производствола зыян күрә.


“Үҙемде йәлләмәнем...”


Был көндә еңел автомобиль хужаһы булғандарҙың барыһы ла бынан ете йыл элек төрлө комплектациялы “Lada Granta” автомобилдәрен алған. Ә 14 йыл элек “Ока” автомобиле биргәндәр. Аңлашылыуынса, автомобилдәр ете йыл һайын яңыртылып тора. Әйткәндәй, ошо осорҙа Рәсәй Социаль страховка фонды иҫәбенә машина хужалары уны бер тапҡыр капиталь ремонтлай ала, квартал һайын автомобилде техник хеҙмәтләндереү һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу өсөн ҡануниәт тарафынан билдәләнгән аныҡ сумма түләнә.
Яңы “Lada Granta” автомобиле алырға килгәндәр араһында Стәр­летамаҡтан Кәрим Ҡарамышев та бар. Ҡасандыр ул Төмән өлкәһенең Тубыл ҡалаһында йәшәгән. 1992 йылда, хеҙмәт командировкаһында саҡта, юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған һәм аяҡһыҙ ҡалған. Бәлки, был хәл ул тиклем аяныслы тамам­ланмаҫ та ине, әммә Себер киңлек­тәре сикһеҙ, бер ауыл биләмәһенән йә ҡаланан икенсеһенә тиклем ара ҙур. Кәрим Рим улын дауаханаға илтеп еткергәнсе ул бик күп ҡан юғалтҡан, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡал­ған. Уның иҫән ҡалырына шиклән­һәләр ҙә, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте киң – реанимацияла дүрт көн ят­ҡан­дан һуң күҙен асҡан, “яҡын­дарым хаҡына бирешмәйәсәкмен” тип үҙ-үҙенә һүҙ биргән.
“Үҙемде йәлләмәнем, ауыр­лыҡ­тар алдында ныҡ булырға тырыштым, әммә яңы халәтемде ҡабул итә алмайынса оҙаҡ ыҙаланым. Бығаса йүгереп йөрөгән, эшләгән кешегә аяҡһыҙ ҡалыу ҡот осҡос хәл булып тойолдо. Тырышып-тырмашып протездарға күнегергә тырыштым. Йәрәхәтләнгәндән һуң бер йыл үткәс, тыуған яғыма – Башҡортостанға күсеп ҡайттым”, – тип хәтерләй ул осорҙо Кәрим Ҡарамышев.
Үткән быуаттың ауыр 90-сы йылдарын иҫкә төшөрөгөҙ әле: ул йылдарҙа аяҡһыҙҙарға түгел, һау-сәләмәт кешегә лә еңелдән булманы. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ кеүек проблемалар һәр ғаиләгә ҡағылды. Кәрим Рим улының иһә йәп-йәш, дәрт-дарманлы сағында шундай бәләгә тарыуы, әлбиттә, оло тормош һынауы булған. Шөкөр, ул бер ваҡытта ла үҙен яңғыҙ тоймаған: эргәһендә яҡындары булһа, рәсми эштә хеҙмәт итеүе уға дәүләттең социаль гарантияларын ҡулланыу мөмкинлеген биргән. “Үҙемде һәр яҡтан яҡлаулы, хәстәрле тойҙом” тиһә лә, Кәрим Рим улы бер ваҡытта ла дәүләт ярҙамына ғына иҫәп тотоп йәшә­мәгән: оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән.
Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе Кәрим Рим улын барлыҡ реабилитациялау саралары, протез-ортопедия әйберҙәре, шифахана-курортҡа юлламалар менән тәьмин итә, ай һайын страховка аҡсаһы түләй. “Lada Granta” иһә – Кәрим Ҡарамышевтың Фондтан алған өсөнсө автомобиле.


Ябай, әммә мөһим хәҡиҡәт


Тантаналы сарала ауыр тормош хәлендә ҡалған, әммә дәүләт ярҙамында хәстәрле лә, ҡурсаулы ла булған кешеләр рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.

– Бәғзе саҡта беҙҙең талаптар үтә юғары була. Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһендә иһә шул тиклем итәғәтле, төплө белгестәр эшләй һәм республиканың төрлө төбәк­тәрендә йәшәгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр менән матур һәм һөҙөмтәле мөғәмәлә итә белә. Фонд белгестәре һәр кешегә шәхси ҡараш менән баға, барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә ала. Яҙмыш миңә оло һынау бирҙе, әммә ошо хеҙмәткәрҙәр ярҙамы менән тулы ҡанлы тормошта йәшәйем, финанс мәсьәләләре өсөн борсолмайым, төрлө реабилитация саралары алам, машинаһыҙ иһә тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҙур рәхмәт һеҙгә, – тип белдерҙе Ләйлә Ғәйнуллина автомобиль асҡысы алғанда.

Рәсәй Социаль страховка фон­дының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов билдәләүенсә, бөгөн республикала 8,5 меңдән ашыу кеше производстволағы бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сирҙәрҙән страховкалау буйынса мотлаҡ социаль страховка иҫәбенән түләүҙәр ала, йыл һайын ошо маҡсатҡа 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Быйыл производствола зыян күреүселәргә 28 автомобиль биреү планлаштырыла (тапшырылған һигеҙе – шул иҫәптән).
2001 йылдан алып производ­стволағы бәхетһеҙлек осраҡта­рынан һәм һөнәри сирҙәрҙән страховкалау буйынса Башҡортостан граждандарына 1200-ҙән ашыу бушлай автомобиль бирелгән.
– Автомобилдәрегеҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен, тоғро ярҙамсығыҙ булһын. Яҡшы юлдар, именлек һәм сәләмәтлек теләйем һеҙгә! – Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латиповтың һүҙҙәрендә ябай, әммә мөһим хәҡиҡәт ярылып ята. Һәммәбеҙгә лә имен-һау булырға яҙһын!

Читайте нас