Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” тармағы буйынса быйыл һигеҙ объект төҙөү, ике объектты проектлау һәм 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын сафҡа индереү күҙаллана. Министрлыҡта үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рхмәтуллин ошо турала һөйләне.
Әле Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр поликлиникалары төҙөлөшө дауам итә. Шулай уҡ Саҡмағош ауылында ла поликлиника һалына. Өфөнөң “Затон” биҫтәһендә “Экстра” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһын төҙөй. Баймаҡта ла балалалар поликлиникаһы һалыу планлаштырыла. Адреслы федераль инвестиция программаһына индерелгән Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген 2021 – 2023 йылдарҙа төҙөү күҙаллана. Дыуан, Илеш, Туймазы райондарында һаулыҡ һаҡлау объекттарын быйылдан башлап адреслы республика инвестиция программаһына индереү һәм ошо объекттар буйынса эште башлау ҡарала. Йәнә Стәрлебаш, Ейәнсура, Тәтешле, Асҡын райондарында алты фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.