Бөгөн Башҡортостан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә ҡалдыҡтарҙы сығарыу барышына анализ һәм уларҙың “ТКО-Башҡортостан” системаһындағы фотоотчеттарға тура килеүе тикшерелде.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына мониторинг буйынса автомалаштырылған “ТКО-Башҡортостан” системаһында төбәк операторҙарының эш күрһәткестәренә ҡарағанда, ыңғай динамика һаҡланыуын дауам итә. Төбәк операторҙары теркәлгән контейнер майҙансыҡтары һанының 97 процентын ышаныслы хеҙмәтләндерә.
Андрей Назаров сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу кәрәклеген һәм контейнер майҙансыҡтарының бысраҡҡа батыуына юл ҡуйырға ярамағанлығын иҫкә төшөрҙө.
– Беҙ сүп-сар сығарыу торошона даими рәүештә мониторинг яһайбыҙ һәм ул әлегә идель булыуҙан алыҫ, – тип билдәләне Премьер-министр. – Әйткәнем бар инде, тағы ҡабатлайым: системалы эш кенә йоғонтоло була ала. Хөкүмәт был эште көйләргә әҙер. Шул иҫәптән, ойоштороу һәм методик эштәр буйынса. Әммә төбәк операторҙарының һәм муниципалитет башлыҡтарының үҙҙәренә тейешле эште сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуҙарын һорайым. Беҙҙең граждандарҙың тормош уңайлылығы кимәле сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуға ла бәйле икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ.
Хакимиәттәрҙең эшенә анализ һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәк операторҙарына иҫкәрмәләр ебәрә.
– Май байрамдарынан башлап контейнер майҙансыҡтарының үҫемлек ҡалдыҡтары (ботаҡтар, ағас киҫәктәре һәм башҡалар) менән тулыуы күҙәтелә, был турала граждандарҙың мөрәжәғәттәре күп, шул иҫәптән – инцидент-менеджмент системаһы буйынса. Төбәк операторҙары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн генә яуаплы, үҫемлек ҡалдыҡтары уларҙың яуаплылығы зонаһына ҡарамай. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һалынған контейнерҙар ваҡытында бушатылһа ла, граждандар ерҙә һалып ҡалдырған үҫемлек ҡалдыҡтары йыйыштырылмай ҡала. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һалынған ерҙе тәртиптә тотоу бурысы урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Экологик тәрбиә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өлкәһендә экологик мәҙәниәт тәрбиәләү ҙә урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәренә инә, ләкин халыҡ араһында бындай эш алып барылмай.
Көн тәртибендәге тағы бер мәсьәлә – халыҡтан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн түләү алыу. Апрелдә был кимәл 91,4 процент тәшкил иткән.