Социаль мәсьәлә
28 Май 2021, 03:39

Сабыйҙарҙың шат тауышы яңғыраясаҡ

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә системалы саралар хаҡында кәңәшмә үткәрҙе.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә системалы саралар хаҡында кәңәшмә үткәрҙе.


– Федераль Йыйылышҡа Мөрә­жәғәт­намәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ һанының тәбиғи артыуын тәьмин итеүҙе һәм ғүмерҙе оҙайтыуҙы демография сәйәсәтенең стратегик бурысы тип билдәләгәйне, – тине Радий Хә­биров. – Беҙ республикала сабыйҙар һанын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашыра башланыҡ, проб­лемалы мәсьәләләрҙе һәм арта­банғы ғәмәл­дәрҙе билдәләнек. Ошо йүнә­лештә тағы ла нимәләр эшләй алыуыбыҙ тураһында уйларға кәрәк.
Кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Башҡорт­останда, тотош Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, тыуым­дың юғары суммар коэффициенты (бер ҡатын тапҡан сабыйҙар һаны) һаҡланып ҡала. Демографик хәлдең яҡшырыуына айырылышыуҙарҙың кәмеүе лә йоғонто яһай. 2020 йылда был күрһәткес алдағы осор менән сағыштырғанда 5,4 процентҡа кәмегән.
Былтыр республикала 41180 бала тыуған, йәғни элгәре йылға ҡарағанда 1,4 процентҡа аҙыраҡ.

Сабыйын һаҡлап ҡалыу йәки абортҡа барыу тураһында ҡарар ҡабул итә алмай икеләнгән ҡатын­дарға консультация биреү, психологик ярҙам күрһәтеү тыуым­ды арттырыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
“Ошондай эш һөҙөмтәһендә былтыр аборттар 2019 йылға ҡарағанда 15 процентҡа кәмегән, – тине вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Беҙ 1601 яңы ғүмерҙе һаҡлап ҡала алдыҡ”.
Шулай уҡ балаһыҙ парҙарға ЭКО процедураһы яһау, эмбриондарҙы криокү­сереп ултыртыу ҙа мөһим әһәмиәткә эйә. Был ғәмәлдәр республика бюджеты иҫәбенә субсидиялана. Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр 630 ғаиләлә сабыйҙар тыуҙы, һәм был һан йылдан-йыл арта.
2019 йылда Башҡортостанда мәктәп­кәсә белем биреү сертификаты тапшырыу буйынса эксперимент башланғайны. Был программаға ярашлы, шәхси балалар баҡсалары айына бер балаға алты мең һум күләмендә дәүләттән аҡса ала, ә ата-әсәләр муниципаль мәктәпкәсә ойошмаларҙағы кеүек хаҡ түләй.
“Пилот проекты Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреүҙән башлан­ғайны. Унан экспериментҡа Өфө һәм Нефтекама ҡушылды, сиратта – Октябрьский һәм Өфө районы, – тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – 2020 йыл йомғаҡтарына ҡа­рағанда, 1059 сертификат бирел­гән. Быйыл йәнә ике меңгә яҡын сертификат тапшырыу күҙаллана”.
“Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проектында республикала 32 шәхси балалар баҡсаһы ҡатнаша. Башҡорт­остан проекты өлгөһөн Ханты-Манси автономиялы округында һәм Бүрәт Рес­публикаһында тормош­ҡа ашырмаҡсылар.
Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Денис Слепов кәңәшмәлә “Алға” транспорт карта­һының балалы ғаиләләрҙең сығымын ҡулайлаштырырға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
Республикалағы бала табыу йорттарында үткәрелгән фекер белешеү саралары һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Башлығы йөклө ҡатындарҙы витаминлы туҡлан­дырыу, буласаҡ һәм йәш әсәләр өсөн онлайн-курстар ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Ҡатындарға, айырыуса йөклө­ләргә, иғтибар һәм тиҙҙән әсә булыуы тураһындағы яңылыҡты ишеткән мәлдән алып сабыйын ҡулына ал­ғанға, декрет ялын тыныс үткәреүгә, уңайлы балалар баҡсаһына һәм ғаиләнең статусы нигеҙендәге льготалы ташламаларға тиклем ярҙам кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеү барыбыҙға ла кәрәкле һөҙөмтәне бирәсәк – демографияны яҡшыртасаҡ, ғаиләләрҙә сабыйҙарҙың шат тауышы яңғыраясаҡ.
Читайте нас