Социаль мәсьәлә
28 Май 2021, 04:37

Ярты мең йыл көрәш бара

Шулай ҙа тәмәке тартыуға ҡаршы сараларҙың һөҙөмтәһе аҙ.

Өфөнөң Интернациональ урамы буйлап китеп барам. Ике ҡатлы йорт янында балкондан исемләп ҡысҡыралар. Ҡараһам, элек моторҙар заводында бергә эшләгән иптәшем икән. “Хәл-әхүәл нисек?” – тим. “Бына саф һауа һуларға сыҡтым әле”, – тине ул. “Нисек саф һауа һулайһың? – тип аптырайым. – Һин бит тәмәке тартып тораһың!” Өндәшмәй, үҙенә үҙе ҡаршы килгәнен аңлап тора бит инде. Тәмәкеселәрҙең күпселеге шундай хәлдәлер, моғайын. Был күренеш-ғәҙәттең кешенең тәбиғәтенә һәм, ғөмүмән, тәбиғәткә ҡаршы килгәнен барыһы ла аңлай (шул иҫәптән, “тарттым һәм тартасаҡмын”, тигәндәр ҙә). Әммә ни өсөн йәмғиәт был насар ҡылығынан баш тарта алмай һуң?


Иблес кенә булдыра


Европала тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш ... ошо ҡитғаға тәмәке килтерелгәнсе үк башлана! Колумб экспедицияһында ҡатнашҡан Родриго де Херез тәмәке тартҡан өсөн төрмәгә ултыртыла, уны ғәйепләгән ҡарарҙа “иблес кенә кешегә танау тишектәре аша төтөн сығарыу һәләте бирә ала” тип яҙылған икән.
1575 йылда Мексикала сиркәү намаҙ уҡыған ерҙә тартыуҙы тыя. ХVII быуат башында Көнбайыш Европала тәмәке тартыуҙы пропагандалау киң йәйелдерелә башлай, сөнки ул сауҙаға һәм дәүләт ҡаҙнаһына ҙур төшөм килтерә. Ә Рәсәйҙә был осорҙа, киреһенсә, тәмәке тартыу һәм уны үҫтереү ҡәтғи тыйыла. 1624 йылда Католиктар сиркәүе тәмәкегә ҡаршы ҙур көрәш башлай – уны ҡулланған өсөн сиркәүҙән ситләтеү хәүефе янай. Ике йылдан Грециялағы Православие сиркәүе лә шундай ҡарар сығара. 1761 йылда инглиз табибы Джон Хилл тәүге клиник һынауҙар үткәрә һәм тәмәкенең кеше һаулығына зарарлы тәьҫире тураһындағы беренсе ғилми эшен баҫтыра. 1828 йылда Германия химиктары Людвиг Рейманн менән Вильгельм Поссельт был өлкәлә тағы бер асыш яһай – тәмәкенән никотин айырып алыуға өлгәшелә.


Телевизорҙан күрһәтергә ярамай


Шулай ҙа “тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш” тигән атама дөрөҫлөктө сағылдырмай – тәмәке һатыу һәм тартыу тыйылмаған, һүҙ уны сикләү һәм тартмаған кешеләрҙе, айырыуса бала-сағаны, һаулыҡҡа зарарлы шөғөлдән ҡурсалау тураһында. Ә бындай сикләү буйынса эш электән бара тип әйтергә мөмкин: СССР Министрҙар Советы 1980 йылдың 12 июнендә сығарған ҡарарҙа, мәҫәлән, эш бүлмәләрендә, мәктәп биналарында тартыуҙы, 16 йәше тулмаған үҫмерҙәргә тәмәке һатыуҙы тыя.
Рәсәйҙә лә күптән инде йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйылған. 2004 йылда ҡабул ителгән 148-се Федераль законға ярашлы, эш урынында, ҡалалағы һәм ҡала яны транспортында, һауа транспортында өс сәғәттән дә аҙыраҡ осҡанда, ябыҡ спорт ҡоролмаларында, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларында, белем биреү ойошмалары биналарында һәм биләмәләрендә, дәүләт власы биналарында тартыу тыйылған. Был ғәҙәт махсус бүленгән бүлмәләрҙә генә рөхсәт ителә. Унан тыш, тәмәке тартҡан кешеләрҙе телевизорҙан күрһәтеү тыйылған, нәфис фильмдарҙа ундай күренештәр булһа, был турала алдан уҡ иҫкәртеү яҙылғанын беләбеҙ.
2013 йылдың 1 июненән Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында тартыуҙы тыйған 15-се Федераль закон үҙ көсөнә инде, ул ошо өлкәлә быға саҡлы булған ҡануниәтте ҡулланыу тәжрибәһен иҫәпкә алып яҙылған.
Тәмәкегә ҡаршы закондарҙы боҙған өсөн беҙҙең илдә штраф 1500 һумға етергә мөмкин. Әгәр ҙә тартҡан кешенең төтөнө эргәләге бала-сағаның һаулығына янай йәки ул мәғариф учреждениеһында һәм уның янында тарта икән, штраф ике меңдән алып өс мең һумға саҡлы ла булырға мөмкин. Шәхси эшҡыуарҙар өсөн был күләм – 40 мең һумға, ә ойошмалар өсөн 90 мең һумға ла еткерелә.
Шулай ҙа, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, планета халҡының өстән бер өлөшө тәмәке тартыуын дауам итә, шуның 200 миллионы – ҡатын-ҡыҙ. Йыл һайын тәмәке 3,5 миллион кешенең үлеменә сәбәпсе була. Ер шарында халыҡ йылына бер триллиондан ашыу сигарет тарта икән. Сауҙа һәм дәүләт ҡаҙнаһы өсөн был ғәҙәт үтә төшөмлө – тәмәке әйберҙәре өсөн йылына 100 миллиард доллар самаһы аҡса тотонола.

“Росстат” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда оло йәштәгеләрҙең 67,8 проценты тартмай һәм бер ҡасан да бының менән шөғөлләнмәгән, 18,8 проценты был зарарлы ғәҙәткә ныҡ бирелгән – көн һайын тарта, ә 5,8 проценты сигаретты һирәк ҡуллана. Тәмәкеселәрҙең 7,6 проценты көнөнә бер ҡаптан да күберәк тартыуы тураһында белдергән.


Саралар бар, ә һөҙөмтәһе?


Мәғлүм булыуынса, быйыл 1ап­релдән тәмәкегә иң түбән хаҡты билдәләгән Федераль закон ғәмәлгә инде, артабан был әйберҙе ошо билдәләнгән кимәлдән дә арзаныраҡ хаҡҡа һатыу тыйыла. “Парламентская газета” яҙыуынса, минималь хаҡты Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы махсус формула буйынса билдәләй. Эксперттар раҫлағанса, бер ҡап сигареттың уртаса хаҡы 140 һум тәшкил итәсәк.
Шулай ҙа тәмәкегә ҡаршы көрәштең беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәгәненә зарланыусылар байтаҡ. Тирә-яғыбыҙҙа тартыусылар күп булғанғалыр инде. Һәр автобус туҡталышында тиерлек тәмәке төпсөктәре туҙып ята. Автобус шоферҙарының да, салонда пассажирҙар булыуға ҡарамаҫтан, тәмәке көйрәтеп барыуын йыш күрәбеҙ. Уларға һис кем иҫкәртеү яһамай. Сәләмәт йәшәү, таҙалыҡ, экологик талаптар буйынса һәр көрәш халыҡтың мәҙәни кимәленә бәйле икәне бәхәсһеҙ.
Башҡортостанда тәмәке тартыуға ҡаршы ҡануниәттең нисек үтәлеүен “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы контролдә тота.

– Былтыр тәмәке продукцияһын маркировкалауҙың күҙәтелеүен контролдә тотҡан эш өҙлөкһөҙ алып барылды, – ти ошо идаралыҡтың туҡланыу гигиенаһы бүлеге етәксеһе Земфира Мәғзүмова. – Шул осорҙа тәмәке әйберҙәренең сауҙалағы әйләнеше менән шөғөлләнгән 418 объект тикшерелде. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса дөйөм суммаһы бер миллион һумдан ашыу тәшкил иткән 238 административ штраф һалынған. Тикшереү йомғаҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан килгән материалдар нигеҙендә, 38 624 ҡап тәмәке продукцияһы конфискацияланған.
2019 йылда был эш киңерәк күләмдә алып барылғандыр, тигән фекер тыуа: ул осорҙа тәмәкене ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән 1 951 объект тикшерелгән, административ штраф һалыу тураһындағы 891 ҡарар ҡабул ителгән. Ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға һәм вазифалы кешеләргә һалынған штрафтың дөйөм суммаһы ул йылда 6 143 000 һум тәшкил иткән. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ебәргән материалдар буйынса суд органдары ошо осорҙа алкоголь һәм тәмәке әйберҙәрен ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшен ваҡытлыса туҡтатып тороу тураһында 36 ҡарар сығарған.
Был контроль эшмәкәрлек быйыл да дауам итә: йылдың тәүге өс айында идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тәмәке продукцияһын сауҙала ваҡлап һатҡан 138 ойошманы тикшергән. Уның һөҙөмтәһендә ошо төр сауҙа әйләнешенә ҡарата талаптарҙы боҙған өсөн 86 административ протокол төҙөлгән, дөйөм суммаһы 676 мең һум тәшкил иткән 47 штраф һалынған. Бынан тыш дөйөм суммаһы 837 мең һумдан ашыу булған 13 952 ҡап тәмәке конфискацияланған.


Балалар майҙансығында тартҡандар ҙа бар


Былар барыһы ла, күреүебеҙсә, сауҙа нөктәләренең эшен тикшереүгә ҡағыла. Ә йәмәғәт урындарында тәмәке борҡотҡан, тимәк, тирә-яҡтағыларҙы ла ағыулаған кешеләргә ҡарата ниндәй саралар күрелә һәм бының йоғонтоһо бармы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында полицияның тәмәкегә ҡаршы ҡануниәттең күҙәтелеүен тикшергән рейды тураһында бер генә мәғлүмәт табылды. Ул ошо сайтта 2014 йылдың 9 июлендә урынлаштырылған, йәғни үрҙә телгә алынған 15-се Федераль закондың үтәлешенә арналған. Унда һүҙ полицияның Өфөләге рейды барышында балалар майҙансығында тартып ултырған егеткә, подъезда көйрәткән бер иргә һәм тағы ла бер нисә кешегә 500-әр һум штраф һалыуҙары, йәштәр янында туҡтап әңгәмә үткәреүҙәре тураһында бара.


Сергей БОЙЦОВ, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының иҫкәртеү медицинаһы буйынса штаттан тыш төп белгесе:

– Күптән түгел Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәмәке әйберҙәрен ҡулланыу буйынса өлкәндәр араһында үткәргән ҙур һорау алыуы (GATS проекты) Рәсәйҙә тәмәке тартыусылар һанының кәмеүен күрһәтте. Был ыңғай тренд көсәйә барыр, тип өмөт итәбеҙ. Үҫмерҙәр араһын­да ла ыңғай күренеш бар: тәмә­кене яңы ғына тарта башлаған­дар аҙайҙы. Эйе, тәмәке тартыу өлкәһендәге ҡануниәтте камил­лаш­тырырға һәм ҡатыраҡ итергә кәрәк. Был юҫыҡта электрон сигареттар хәүеф тыу­ҙыра: уны ҡулланыусылар һуңғы йылдарҙа ике тапҡырға артҡан. Йәмәғәт урындарында тартыуға килгәндә, бында тыйыу һәр саҡта ла күҙәтелмәй.


Тимер юл вокзалдарында һәм аэропорттарҙа иһә был талапты бөтөнләй һанға һуҡмайҙар, тип әйтергә лә нигеҙ бар. Хатта медицина учреждениелары ла тартҡан табиптарҙың тулы­һынса тәмәке ҡулланыуҙан туҡ­та­уына өлгәшә алмай. Тәмәке тартмаған граждандарҙан ошо өлкәләге ҡануниәттең үтәлмәүе тураһындағы ялыуҙарының күпсе­легендә күршеләренең подъездарҙа, лифттарҙа, дөйөм йорт балкондарында тартыу­ҙары һәм быны бер нисек тә тыя алмауҙары хаҡында һүҙ бара. Тимәк, тәмәке тартыуҙы сикләү, йәмәғәт урындарында бөтөнләй тыйыу һәм ахыр сиктә уны ҡулланыу ғәҙәтен тулы­һынса бөтөрөү йүнәлешендә эшләйһе күп әле.
Читайте нас