Социаль мәсьәлә
29 Май 2021, 08:00

Социаль хеҙмәт күрһәтеү нисек бара?

Эшҡыуарлыҡ аҙнаһында “Социаль эшҡыуарлыҡ: мөмкинлектәр һәм киләсәк” тигән тема буйынса төрлө осрашыуҙар ойошторолдо.

Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы барышында “Социаль эшҡыуарлыҡ: мөмкинлектәр һәм киләсәк” тигән тема буйынса төрлө осрашыуҙар ойошторолдо.
Шул иғтибарға лайыҡ, социаль эшҡыуарлыҡ – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был сара йүнселлеккә бәйле ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
"Социаль предприятиеларҙың ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелә, – тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. – Йүнселдәрҙең күпселеге нәҡ ошо йүнәлешкә иғтибар итә, улар традицион бизнесты һәм социаль хеҙмәт күрһәтеүҙе тормошҡа ашырыуҙы берләштерә".
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, Башҡортостанда халыҡты социаль яҡлау йәһәтенән ыңғай күрһәткестәр бар. Эшҡыуарҙарға мөлкәт мәсьәләләре, дәүләт ярҙамы, белемде камиллаштырыу юлдары буйынса аңлатыу хеҙмәттәре күрһәтелгән.
Мәғариф тармағы буйынса ғаиләләргә социаль ярҙам саралары күрһәтеү йәһәтенән проблемалар ҙа бар. Ошоға бәйле Айбулат Хажин эшҡыуарҙарҙы бергәләп һөйләшергә саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас