Социаль мәсьәлә
1 Июнь 2021, 05:00

54 лагерь туристик кешбэк программаһына ҡушылды

Ата-әсәләр балалар лагерына юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтара ала.

Башҡортостанда балалар туристик кешбэгы федераль программаһына 54 лагерь ҡушылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә был турала Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова белдерҙе.
Ата-әсәләргә балалар лагерына юллама хаҡының 50 процентын экономиялау мөмкинлеген биргән программа Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 25 майҙа тормошҡа ашырыла башланы.
Кешбэк күләме 20 меңдән артмаҫҡа тейеш. Программала ҡатнашҡан лагерҙар һәм юллама биргән туроператорҙар исемлеге мирпутешествий.рф порталындағы “Балалар лагерҙары” бүлегендә урынлаштырылған. Юллама хаҡын 31 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк. Бала лагерҙа 15 сентябргә тиклем ял итә ала.
“Балалар кешбэгы” программаһы нигеҙендә шулай уҡ быйыл 25 майға тиклем һатып алынған юллама аҡсаһын 15 июндән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ярҙамында кире ҡайтарып була.
“Беҙ туристик кешбэк ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем юллама һатып алғандарҙың сығымын ҡаплау ғәмәлен уйлап таптыҡ. Һатып алынған юлламалар буйынса аҡсаны кире ҡайтарыу прграммаһы 15 июндән башлана һәм октябрь аҙағына тиклем дауам итә”, – тине вице-премьер Дмитрий Чернышенко.
Сығымды компенсациялау өсөн лагерға юллама хаҡының мирпутешествий.рф сайтында лояль түләүҙәр системаһы программаһында теркәлгән “Мир” картаһы менән генә түләнеүе шарт. Бер балаға сәфәр һаны сикләнмәй, бер нисә балалы ғаиләләргә һатып алынған һәр юллама хаҡының яртыһын ҡайтарырға була.
Ентеклерәк мәғлүмәтте https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/101703 һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин.
Лагерҙарға юллама хаҡын компенсациялау буйынса берҙәм ҡыҙыу элемтә: +7 800 200 34 11.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар туристик кешбэгының республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уның буйынса юллама хаҡының 70 процентҡа тиклемен ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Бер үк ваҡытта ике программала ҡатнашҡан осраҡта, сығымдың 80 проценты компенсациялана. Республика программаһы буйынса аҡсаны мәғариф бүлеге ҡайтара.
Фото: vk.com/tsur_bashkortostan
Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan
Читайте нас