Социаль мәсьәлә
1 Июнь 2021, 17:15

Андрей Назаров: “Беҙгә һәр кешенең ғүмере ҡиммәт”

Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы булды.

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һаулыҡ һаҡлау, физик культура һәм спорт, шулай уҡ мәғариф өлкәһендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу планын тикшерҙе.
"Йыл башынан алып биш ай ваҡыт үтте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сараларына 1,5 миллион самаһы кеше, йәғни бөтә республика халҡының 40 проценты тиерлек йәлеп ителгән. Был күрһәткес, әлбиттә, насар түгел, ләкин беҙгә артабан граждандарыбыҙҙы сәләмәт тормошҡа күпләп йәлеп итеү өсөн бөтә ресурстарҙы йүнәлтергә һәм үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктә үлемде кәметеү маҡсатында саралар комплексы тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Улар иҫәбенә бөтә йүнәлештәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү, диспансерлаштырыу, медицина тикшереүҙәре инә. Бынан тыш, республикала дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. Балаларҙың һаулығын хәстәрләүгә ҙур иғтибар бирелә.
"Әле балаларҙы федераль шифахана-курорт учреждениеларына дауаланыуға ебәрәбеҙ. Быны шифахана-курорт мониторингы буйынса ярҙамсы программа аша эшләйбеҙ. Документтар, ғаризалар һәм юлламалар Республика балалар клиник дауаханаһында тултырыла, – тине ул. – Бынан тыш, мәктәптәрҙә Сәләмәтлек дәрестәрен индерҙек".
Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында спорт йүнәлешендә күмәк физкультура сараһы планлаштырылған. Йыл башынан алып спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә меңдән ашыу сара ойошторолған.
"Беҙгә һәр кешенең ғүмере ҡиммәт: граждандарыбыҙҙы һауыҡтырыуға һәм уларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән бөтә саралар мөмкин тиклем һөҙөмтәле тормошҡа ашырылырға тейеш", – тине Андрей Назаров һәм яуаплыларға ошо йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51688
Читайте нас