Быйыл Өфөләге Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге (Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто) ҙур юбилейын – 100 йыллығын билдәләй.
Ил өсөн ифрат ҡатмарлы, халыҡты Граждандар һуғышы ғына түгел, ҡот осҡос аслыҡ та ҡырған аяныслы осорҙа күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин башланғысы менән башҡорт балаларының ғүмерен һаҡлап ҡалыу ниәтендә ойошторолған данлыҡлы учреждение ул. 1924 йылда, Ш. Хоҙайбирҙиндың вафатынан һуң, уның исеме бирелгән.
Бер быуатлыҡ тарихлы балалар йорто ошо йылдарҙа ниндәй генә тарихи ваҡиғаларҙың, ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәрҙең шаһиты булмаған! Учреждение менән Һәҙиә Дәүләтшинаның эшмәкәрлеге лә бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бында Мәскәү, Ленинград, Белоруссия, Украинанан эвакуацияланған балалар йәшәгән.
Мәгәр еңелдән булмаған юлды һайлаған коллектив һәр ваҡыт төп маҡсатына – төрлө тормош хәлдәре сәбәпле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙың төп яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы булыуға тоғро ҡала – ошо йылдар эсендә бында алты меңдән ашыу бала тәрбиәләнгән, оло тормош юлына сығарылған.
Һуңғы 17 йылда учреждениеға Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова етәкселек итә. Татыу коллектив 42 хеҙмәткәрҙән тора.
Баш ҡаланың Ҡурсаҡ театрында учреждениеның 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Холдағы ҙур күргәҙмә бер быуатлыҡ тарихты тулы сағылдырҙы, тәрбиәләнеүселәрҙең эштәре уны тағы ла йәнләндереп ебәргәйне.
2020 йылдан учреждение Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында эшләй, былтыр иһә атамаһы “Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге” тип үҙгәртелде. Әле унда 54 бала тәрбиәләнә.
Ҙур байрамға учреждениела төрлө осорҙа эшләгән һәм йәшәгәндәр - ветерандар, элекке тәрбиәләнеүселәр ҙә килгәйне. 1950 йылда ошо балалар йортонан сығып, үҙаллы тормош юлына баҫҡан рәссам-модельер, бихисап ижади конкурстар еңеүсеһе Роза Юлдашбаева бында алты айлыҡ ҡына килеш эләккәне, оло тормош мәктәбе үткәне хаҡында һөйләне. “Бында мин бөтөн эш-ғәмәлдәргә өйрәндем. Үҙемдең һөнәремде таптым. Бынамын тигән ирем, балаларым бар”, –тине ул.
Төрлө йылдарҙа данлыҡлы учреждениела Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әхмәт Яҡупов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәүзиә Усманова, йырсы-композитор Ғәлинур Юламанов, журналист Фәниә Бикмөхәмәтова, кикбоксинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Эльвир Ҡасимов һ.б. тәрбиәләнгән.
Коллективты һәм үҙәктә тәрбиәләнгәндәрҙе ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова һәм башҡалар килде.
“Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләү учреждениелары хәҙер, әлбиттә, элеккеләрҙән айырмалы, икенсерәк юҫыҡта эшләй. Беҙ иһә күңеленең бер өлөшөн балаларға бүләк иткән, ошо мөһим ғәмәлде башҡарған кешеләр алдында баш эйәбеҙ”, – тине Азат Бадранов үҙ сығышында. Ул төбәк етәксеһе исеменән үҙәккә автобус һәм еңел автомобиль асҡыстарын тапшырҙы, үҙәк тәрбиәләнеүселәрен үҙ исеменән дә бүләктәр менән шатландырҙы.
Каринэ Хабирова үҙ сығышында, балалар йорттарының ишектәре ябыҡ булһа, әлбиттә, яҡшыраҡ булыр ине, тип белдерҙе. “Балаларға көн дә ата-әсә һөйөүен тойоу кәрәк. Шул саҡта ғына улар тормошта үҙ юлын таба ала”, – тине ул.
Ленара Иванова, балаларҙың ғаиләлә йәшәй алмауы – ҙур бәлә, йөрәкте һыҙлатҡан күренеш, тип белдерҙе. “Беҙҙең маҡсат – ошондай учреждениеға эләккән малай-ҡыҙҙарҙы ғаиләләргә урынлаштырыу. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәккә был йәһәттән беҙҙең терәк булғаны өсөн ҙур рәхмәт”, – тине ул.
Юбилей айҡанлы учреждение коллективы төрлө кимәлдәге наградалар менән билдәләнде.