Социаль мәсьәлә
1 Июнь 2021, 15:30

Яңы йорттарығыҙ ҡотло булһын!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә етем үҫкәндәр фатирлы булды.

Бөгөн, 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков етем үҫкәндәргә фатир асҡыстары тапшырҙы.
Өр-яңы бер бүлмәле был фатирҙар Затон биҫтәһендә, Ғ. Заһитов урамындағы 9/1-се йортта урынлашҡан. 33 кеше торлаҡлы булыу ҡыуанысын кисерҙе.
"Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт йылы, уңайлы булһын, шатлыҡ һәм ҡыуаныстар ташламаһын", – тине тәбрикләү сығышында Сергей Греков.
Артабан ул фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, өй туйлаусылар менән аралашты. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: фатирҙар әҙер килеш тапшырылды, ул тулыһынса ремонтланған, сантехника ҡуйылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программалары буйынса идаралыҡ начальнигы Зилә Мөхәмәтова белдереүенсә, республика ярҙамы менән етем балаларға йыл һайын бер бүлмәле фатирҙар алына. Бының өсөн бюджеттан махсус аҡса бүленә.
"Ағымдағы йылдың беренсе кварталында етем балаларға 2019 йылда бүленгән аҡсаға 107 фатир бирҙек. 2020 йылда фатир һатып алыуға 113 муниципаль контракт төҙөлдө. Бөгөн уларҙың 33-ө тапшырыла. Ҡалған 80 фатирҙы йыл аҙағына тиклем биреп бөтөргә йыйынабыҙ", – тине ул.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас