Быйыл Башҡортостан бюджетынан 125 инвалидты эшкә урынлаштырыу өсөн 11,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Май уртаһына ҡарата 6 миллион һумлыҡ 67 эш урыны ойоштороуға килешеүҙәр төҙөлгән. Ә 2024 йылға тиклем бөтәһе 600 урын булдырыласаҡ.
"Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе әле һаман көнүҙәк булып ҡала. Мәшғүллекте тәьмин итеү, хеҙмәт итеү мөмкинлеге биреү, үҙ көстәрен һөнәри тармаҡта тормошҡа ашырыу уларҙы йәмғиәткә интеграциялау гарантияһы булып тора. 2010 йылдан алып 2195 инвалид өсөн эш урыны булдырылды", – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Эш биреүсегә инвалидтарҙы үҙенә урынлаштырыу өсөн киткән сығымдар ҡаплана (80-дән 100 мең һумға тиклем), шул иҫәптән инфраструктура булдырыу һәм хеҙмәтендә адаптация үтеү өсөн.
Шулай уҡ ҡорамалдар, махсус аудиопрограммалар, программа тәьминәте һатып алыу, уларҙы урынлаштырыу, монтажлау, иҫке ҡорамалдарҙы һүтеү сығымдары ҡапланасаҡ.
Былтыр инвалидтар өсөн 127 хеҙмәт урыны булдырылған, эш биреүсегә 10,3 миллион һумлыҡ сығымдар ҡапланған. Был бурыстар Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы башҡарыла.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru